Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Август 2018, 00:31

Республика баҫыуҙарынан хәбәрҙәр: майҙандарҙың биштән бер өлөшө йыйып алынған

Август уртаһына сәсеү майҙандарының биштән бер өлөшөндә уңыш йыйып алынған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан. Был – яҡынса 380 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар. Ошо мәлдә игендең уртаса уңышы былтырғынан гектарынан 1,4 центнерға аҙыраҡ һәм гектарынан 21,3 центнер тәшкил итә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Август уртаһына сәсеү майҙандарының биштән бер өлөшөндә уңыш йыйып алынған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан. Был – яҡынса 380 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар. Ошо мәлдә игендең уртаса уңышы былтырғынан гектарынан 1,4 центнерға аҙыраҡ һәм гектарынан 21,3 центнер тәшкил итә.
Ведомство 3 миллион тоннанан ашыуыраҡ ашлыҡ йыйып алырға ниәтләй. 2017 йылда урып-йыйыу кампанияһында 3,9 миллион тонна уңыш йыйылған. Сағыштырыу өсөн: илдең уңдырышлы төбәге Кубань былтыр 10 миллион тоннанан күберәк иген йыйып алған, башлыса икмәк бешереү сорттары, уртаса уңыш – гектарынан 65 центнер.
Читайте нас: