Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Июль 2018, 18:51

Тәүәкәндәр ураҡҡа төштө

“Тәүәкән” йәмғиәтенең Волостновка бригадаһы тәүгеләрҙән булып көҙҙән сәселгән иген баҫыуын урып-йыйырға төштө.

“Тәүәкән” йәмғиәтенең Волостновка бригадаһы тәүгеләрҙән булып көҙҙән сәселгән иген баҫыуын урып-йыйырға төштө.


Тәжрибәле механизаторҙар Әнүәр Ғәббәсов, Ришат Раҫмөхәмәтов, Ишбулат Шәһивәлиев “Челленджер” комбайндарында, Азат Әбдрәев, Владислав Хренов, Илдус Мәҡсүтов, Шакир Кинйәбаев, Мансур Шәңгәрәев, Владимир Кузнецов (һүрәттә) “Клаас”та 190 гектарҙа сәселгән “Ершовская” сортлы бойҙайҙы саба.


Игенселәр тырышып, аяҙ көндәрҙең ҡәҙерен белеп эшләй. Бындағы эште теүәлләгәс, бригада 100 гектарҙа сәселгән “Московская 39” ужым культураһына күсәсәк.

Тәүге уңышты келәткә тәжрибәле механизатор Салауат Аҫылбаев алып барҙы. Уның менән бергә “КамАЗ”дарҙа Александр Мищишин, Сергей Белюшов (һүрәттә) эшләй.


Шулай итеп, район игенселәре – хужалыҡтар мөһим эшкә тотоноп тора, уларға мул уңыш, уңышлы эш теләйек.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотолары.