Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Июль 2018, 17:12

Күмәк ҡулға эш түҙмәй

Беҙҙең яҡтарҙа әле йәшел ураҡтың иң ҡыҙған мәле. Хужалыҡтар ҙа, мал тотҡан уңғандар ҙа көндәрҙең утығып китеүенән файҙаланып, мал-тыуарына ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләп ҡалырға ашыға. “Утар” йәмғиәте йыл да эшсәндәренә бесән әҙерләү эшендә ярҙам итә. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә игенде, мал аҙығын эш хаҡы иҫәбенә лә бирә.

Беҙҙең яҡтарҙа әле йәшел ураҡтың иң ҡыҙған мәле. Хужалыҡтар ҙа, мал тотҡан уңғандар ҙа көндәрҙең утығып китеүенән файҙаланып, мал-тыуарына ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләп ҡалырға ашыға.
“Утар” йәмғиәте йыл да эшсәндәренә бесән әҙерләү эшендә ярҙам итә. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә игенде, мал аҙығын эш хаҡы иҫәбенә лә бирә.
- Ямғырҙар ауыл хужалығы эшсәндәре алдына ҙур һынау ҡуйҙы. Бындай шарттарҙа өмөттө аҡларлыҡ уңыш үҫтереп алыу, ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы туплау өсөн игенсенән икеләтә тырышлыҡ талап ителә. Әммә беҙ бирешмәйбеҙ. Беҙҙә әле йәшел ураҡтың ҡыҙған мәле. Етәрлек аҙыҡ запасы булдырыр өсөн эш­селәр көн тимәй, төн тимәй тир түгә. Былтыр үҙебеҙҙә эшләгән егеттәргә 50-шәр рулон бесән биргәйнек, быйыл үлән шыйығыраҡ, шуға 30-ар рулон бирәбеҙ. Шулай уҡ эшсәндәребеҙгә үҙ бесәнлектәрен сабырға ярҙам итәбеҙ, преслап, ташып та бирәбеҙ, - ти хужалыҡ етәксеһе Азамат Айытҡолов хужалыҡтағы эштәр барышы менән таныштырып.

Беҙ барғанда Сергей Породькин “МТЗ-82” тракторында әҙер рулондарҙы Алексей Рязанов (һүрәттә) идара иткән”Т-150”-гә тейәй ине. Уларҙан ары Артур Булатов (һүрәттә) ”КПС-5” бесән сапҡысы менән күп йыллыҡ үләндәрҙе саба, уның нисек оҫта итеп техника менән идара итеүен ҡарау үҙе бер кинәнес булды.

Сабылған, елләгән бесәнде йыйыу эше менән Роберт Рәхмәтуллин шөғөлләнә. Уның артынан “ПРФ-145” пресс-подборщигы менән Юнир Айытҡолов (һүрәттә) төшә.

Был агрегатта ул бер нисә йыл эшләй инде. Хужалыҡҡа бесән әҙерләп бөткәс, техникаһы менән ауылдаштарына, яҡын тирә-ауылдарҙа йәшәүселәргә ярҙамға килә, бесәнде рулондарға йыйып бирә.

Хужалыҡта бесән әҙерләү менән бер рәттән ураҡҡа төшөргә лә әҙерләнәләр, комбайндар һәм келәт биналары ремонтлана.
“Утар” йәмғиәте етештергән ҡымыҙҙы районда белмәгәндәр һирәктер. Әлеге ваҡытта үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән Мария Породькина ярҙамсыһы Валентина Андреева менән көнөнә 100-150 литр ҡымыҙ етештерә. Бында йылҡы малы ла ишле, икенсе йылға уларҙы тағы ла арттырырға планлаштыралар.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотолары.
Читайте нас: