Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Июль 2018, 19:21

Игенселәр ураҡҡа төштө

24 июлдә Миәкә районында “Баҫыукөнө” үтте. Республикасеминар-кәңәшмәһе райондың “Үҙәк МТС” предприятиеһыныңМиәкә филиалы базаһында ойошторолдо. Баҫыу көнөндәБР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры ИлшатФәзрахманов та ҡатнашты. Шулай уҡ республиканың төрлө район хакимиәттебашлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре лә саҡырылғайны. Бында 20-гә яҡын районданкилгән аграр тармаҡ белгестәре тәжрибә лә уртаҡлашты. Беҙҙең райондан ундарайон хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендә “Тәүәкән”, “Утар”,“Күгәрсен”, “Иртөбәк” агрофирмаһы йәмғиәттәре, “Октябрь” ауыл хужалығыетештереү кооперативы, Н.А. Криваткиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡатнашты.

24 июлдә Миәкә районында “Баҫыу көнө” үтте. Республика семинар-кәңәшмәһе райондың “Үҙәк МТС” предприятиеһының Миәкә филиалы базаһында ойошторолдо. Баҫыу көнөндә БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та ҡатнашты. Шулай уҡ республиканың төрлө район хакимиәтте башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре лә саҡырылғайны. Бында 20-гә яҡын райондан килгән аграр тармаҡ белгестәре тәжрибә лә уртаҡлашты. Беҙҙең райондан унда район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендә “Тәүәкән”, “Утар”, “Күгәрсен”, “Иртөбәк” агрофирмаһы йәмғиәттәре, “Октябрь” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Н.А. Криваткиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡатнашты. Сара барышында быйылғы ураҡ эштәренә рәсми старт бирелде. Әйтергә кәрәк, быйылғы “Баҫыу көнө” семинар-кәңәшмәһе халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Унда Испания һәм Германия белгестәре лә ҡатнашты.

Миәкәтамаҡ янындағы баҫыуҙа ойошторолған техника күргәҙмәһендә ауыл хужалығы эшсәндәре трактор һәм комбайндарҙың мөмкинлектәре менән танышты, уларҙы һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы, килешеүҙәр төҙөнө. Беҙҙең район вәкилдәре иһә “АКРОС 550” комбайнына һәм камиллаштырылған “Томан” һиптергесенә, пресслап йыйыусы техникаға иғтибар итте.

Семинар-кәңәшмәнең пленар өлөшөндә Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, “Россельхозбанк”тың Башҡортостан төбәк филиалы етәксеһе Алексей Самсонов, “Үҙәк МТС”предприятиеһы генераль директоры Илдар Насиров, “Селекция һәм агротехнология” фәнни-етештереү үҙәге директоры Даниил Туев, “Россельхознадзорҙың” Башҡортостан идаралығы етәксеһе Юрий Петров сығыш яһаны. Кәңәшмә барышында быйылғы ураҡ эштәрен ойоштороуҙағы мәсьәләләр өйрәнелде, ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыу юлдары мөмкинлектәре барланып, бурыстар билдәләнде.

Белгестәргә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында үҫтерелгән иген культураларының төрлө сорты, нут, соя, етен, люпин, рапс кеүек техник культуралар күргәҙмәһе ойошторолдо.

Улар хаҡында бирелгән белешмә лә фәһемле, файҙалы, ти агрономдар. Миәкә эшсәндәре иһә баҫыу көнөнә ентекләп әҙерләнгән. Быйыл миәкәләргә 83 мең гектар майҙанда ураҡ эштәре атҡараһы бар.

Уларҙың 60 проценты иген культураларына тура килә. Улар Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте йәнләндерергә теләй.

Быйыл Башҡортостан хужалыҡтарына кәмендә 2 миллион 800 мең тонна уңыш йыйып алыу бурысы ҡуйылған. Быйыл сәсеүлек майҙандары - 3 миллион 100 мең гектар. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 3 процентҡа күберәк. Бындай семинар-кәңәшмә артабан тағы ла 4 төбәктә үтәсәк.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотолары.
Читайте нас: