Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Июль 2018, 18:50

Ғәҙеллекте, сабырлыҡты талап итеүсе һөнәр

Көндәлек тормошта беҙ сауҙа өлкәһендә эшләгәндәрҙең хеҙмәтенә бик иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Ә ғәмәлдә уларҙың, айырыуса аҙыҡ-түлек магазиндары һатыусыларының эше, алһыҙ-ялһыҙ эшләүҙе, үтә лә яуаплы, халыҡ менән йылы мөғәмәләлә, ғәҙел булыуҙы, иҫәп-хисап донъяһында теүәллекте талап итә. Һеҙ фотола күргән һылыу ҡатын-ҡыҙҙар – нәҡ шул талаптарға яуап биреүсе, үҙ эшен яратып башҡарыусы “Батыр” супермаркеты эшсәндәре.

Өс бала әсәһе Светлана Сәфиуллина 1998 йылдан бирле сауҙа өлкәһендә. Мәктәптән һуң бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергәс, тыуған районында Һаҡлыҡ банкыһында үҙенең хеҙмәт юлын башлай. Унда ҡыҫҡартыуға эләккәс, баҙарҙа канцелярия тауарҙары менән һатыу итә, Мораҡ ауылының төрлө магазиндарында һатыусы булып эшләп, тәжрибә туплай. 2015 йылда “Батыр” аҙыҡ-түлек магазинына эшкә урынлаша.

- Һеҙҙең магазин Мораҡ ауылында иң иртә асылған һәм иң һуңлап ябылған сауҙа нөктәләренең береһе, эшегеҙ ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡамасауламаймы? Эштең ауырлығы ниҙән ғибәрәт? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
- Юҡ, ғаиләм минең эшемә, йәғни иртә таңдан сығыуыма, өйгә һуңлап ҡайтыуыма өйрәнеп бөткән. Беҙҙең эштә иң тәү сиратта сабырлыҡ кәрәк, һатып алыусыларҙың ҡәнәғәтһеҙлеген тыныс ҡабул итергә тырышаһың, үҙеңдә ғәйеп булмаһа ла, “клиент һәр саҡ хаҡлы”тигән принципҡа буйһонорға тура килә. Беҙҙең һөнәр хисапта яңылышыуҙы ғәфү итмәй.
Рәзинә Йәғәфәрова “Батыр”ҙа яңыраҡ ҡына эш башлаһа ла, был өлкәлә 2015 йылдан, Һатлыҡ ауылы магазинында һатыусы булараҡ ярайһы тәжрибә туплап килгән. Әлмәстә мәктәптә уҡыған сағында уҡ шуҡлығы, тиктормаҫлығы менән айырылып тороусы ҡыҙ хәҙер ике бала әсәһе, эшенә етди ҡараусы хеҙмәткәр. Эргәһендә Светлана Камил ҡыҙы кеүек тәжрибәле һатыусы булғанда, Рәзинәнең дә киләсәктә үҙ һөнәре оҫтаһына әүереләсәгенә шигебеҙ юҡ.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: