Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Июль 2018, 18:16

Башҡортостанда һөт рейтингы төҙөгәндәр

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында ағымдағы йылдың тәүге ярты йылына төбәк хужалыҡтары араһында һыйырҙарҙың етештереүсәнлегенә йомғаҡ яһалды.

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында ағымдағы йылдың тәүге ярты йылына төбәк хужалыҡтары араһында һыйырҙарҙың етештереүсәнлегенә йомғаҡ яһалды.
Йыл башынан республика хужалыҡтары 357 мең тонна тауар һөтө (эшкәртеүгә ебәрелгән) етештергән. 139 мең һөтлө һыйыр иҫәпләнгән.
Илеш, Тәтешле, Ауырғазы, Мәләүез, Саҡмағош, Туймазы һәм Өфө райондары хужалыҡтары юғары һауым менән айырылып тора.
Һыйырҙарҙың күп һөт биреүе буйынса тәүге бишәү иҫәбендә: Ауырғазы районының «Уңыш» ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (6666 килограмм), Илеш районының «Уңыш» ширҡәте (4808 килограмм), Ауырғазы районының «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (4490), Тәтешле районының «Крупский» ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (4443) һәм «Агро-Танып» ауыл хужалығы етештереү кооперативы (4392).
Машина менән һауыу операторҙары араһында 2018 йылдың биш айында иң яҡшы күрһәткестәр Саҡмағош районының «Герой» колхозы» ауыл хужалығы етештереү кооперативынан Рәмил Ситдиҡовта – төркөм буйынса һәр һыйырға һауым 6700 килограмм тәшкил итә. Артабан Илеш районының «Уңыш» ширҡәтенән Әлфиә Фазлыева (6125 килограмм) һәм Миләүшә Гәрәева (5959 килограмм) килә.