Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Июль 2018, 19:43

Миллилектә беҙҙең асыл

Һуңғы йылдарҙа халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә эшҡыуарҙар тарафынан да иғтибар бермә-бер артты. Беҙҙең районда иһә был йүнәлештә “Ете ҡыҙ” ательеһы уңышлы эшләп килә. Ателье мосолман күлдәктәре, башҡорт милли кейемдәре, милли биҙәүестәрҙән сәсмәүер, селтәр, ҡашмау кеүек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәрен етештерә.

Һуңғы йылдарҙа халыҡ кәсептәрен тергеҙеүгә эшҡыуарҙар тарафынан да иғтибар бермә-бер артты.
Беҙҙең районда иһә был йүнәлештә “Ете ҡыҙ” ательеһы уңышлы эшләп килә. Ателье мосолман күлдәктәре, башҡорт милли кейемдәре, милли биҙәүестәрҙән сәсмәүер, селтәр, ҡашмау кеүек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәрен етештерә.
- Төп эшем, йәмәғәт ойошмалары ағзаһы булыуым арҡаһында төрлө ерҙәрҙә йөрөргә, төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә. Ҡайҙа ғына барма – милли кейемдәргә өҫтөнлөк ҙур. “Ете ҡыҙ” ательеһын да район халҡына милли кейемдәр тәҡдим итеү, уларҙы матур кейендереү маҡсаты менән астыҡ. Сөнки һуңғы йылдарҙа башҡорттар араһында милли колоритҡа иғтибар артты. Халҡыбыҙҙың зауығы милли йүнәлешкә тартылыуы ҡыуаныслы күренеш.
Заказдар бик күп, өлгөр генә. Һандыҡ, талдан үрелгән кресло, тирмәләргә лә заказдар ҡабул итәбеҙ. Бынан тыш бирнә өсөн ҡаралты –ҡорама юрғандар, ултырғыс, диван япмалары ла тегәбеҙ, -ти ателье етәксеһе Әминә Әҙелғужина.
“Ете ҡыҙ” шулай уҡ селтәр эшләү өсөн мәрйен-муйынсаҡтар, тишелгән һәм көмбәҙләнгән ваҡ тәңкәләр, дини китаптар, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етештергән кремдар, пәйғәмбәр медицинаһында ҡулланылған дарыу үләндәренән торған ҡатнашмалар тәҡдим итә.
Ателье көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләй. Белешмә өсөн телефон: 8-937-844-64-70.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Читайте нас: