Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Июнь 2018, 17:34

“Иҫке ҡала” дуҫтарын көтөп ҡала!

Үткән аҙнала Мораҡ ауылы З.Биишева урамында “Имидж” бөҙрәханаһы ҡаршыһында “Иҫке ҡала” кафеһы асылды, уның хужаһы, бығаса “Нур” фотосалоны һәм канцелярия товарҙары магазинын тотҡан шәхси эшҡыуар Зөлфирә Нурғәлиева, сираттағы хеҙмәт емешенең “исем туйы”на яҡын дуҫтарын, коллегаларын, туғандарын йыйҙы. Бәләкәстәр бушлай туңдырманан ауыҙ итте, ябай ауыл кешеләренең дә был көндө кафенан эҙе һүрелмәне.

Үҙенсәлекле биҙәлеше (эстетик зауыҡлы интерьер булдырыуға һәләтле эшҡыуар үҙе көс һалған), бай ассортименты менән үк “Иҫке ҡала” кешене үҙенә йәлеп итеп тора шул! Халыҡ талабын иҫәпкә алып төҙөлгән меню көн һайын яңыртылып торасаҡ. Ҡулдан ҡырҡылған туҡмаслы аш, төрлө файҙалы бутҡалар, фаршланған боростар, йорт билмәне, манты, кәтлит... Милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирелә – ҡоймағын, ваҡ бәлешен, сәк-сәген, ит һәм картуф бөйөрөгөн, бәрәмәсен ал да, тәмләп сәй эс әйҙә (киләсәктә ҡымыҙы ла, һурпа тәмләргә ҡорото ла буласаҡ)! Ул тәмлекәстәрҙе бында эшләүсе Илвира Кәримова үҙе бешерә. Хеҙмәтләндереүсе ҡыҙҙары ла: Алиса Ҡалҡаманова һәм Әнисә Рыжова кешегә мөләйемдәр.

- Элегерәк ошо урында мин асҡан “Алтын тамсы” кафеһы эшләне. Был кафеның проектын уйлағанда уҡ “Старый город” атамаһы башыма килде лә, башҡаса исемдәр уйлап та торманым, минеңсә, романтик яңғырай, - тип белешмә бирҙе Зөлфирә Казимир ҡыҙы. - Биҙәлеше лә шул исемгә тап килһен тип тырыштым. Киләсәктә был урын ата-әсәләрҙең балалары менән килеп ял итеү урынына әйләнер, тип ышанам. Бәләкәстәрҙе төрлө туңдырма, еләк-емеш коктейльдәре менән һөйөндөрә алабыҙ. Спиртлы эсемлектәр һатылмаясаҡ, алып инергә лә ҡәтғи тыйыла.
Эйе, бер иҫке дуҫ ике яңыһынан яҡшыраҡ, тиҙәр. Иҫке йырҙар, беҙ тыуып үҫкән ауылдар күңелебеҙҙе нығыраҡ йылыта, “иҫке” һүҙендә ихласлыҡ, бер аҙ яҡты һағыш бар. Иҫке рецептар менән бешерелгән бәлештән, бала саҡ тәмен һаҡлаған туңдырмаларынан үҙем дә ауыҙ иттем – телеңде йоторлоҡ! Кафе ялһыҙ, иртәнге 9–ҙан киске 9–ға тиклеп эшләй. Хаҡтар артыҡ тешләшмәгән “Иҫке ҡала”ға килеп, тәмле туҡланып, йөрәгегеҙҙе ял иттерегеҙ, дуҫтар!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: