Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Июнь 2018, 13:08

Иң яҡшы малсылар асыҡланды

“Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәтенең Ялсы фермаһы йәйләүендә машина менән һауыу операторҙарының, шулай уҡ һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу операторҙарының район конкурсы үтте. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙған сараға етәкселәр, зооветбелгестәр ҙә килгәйне.

“Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәтенең Ялсы фермаһы йәйләүендә машина менән һауыу операторҙарының, шулай уҡ һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу операторҙарының район конкурсы үтте. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙған сараға етәкселәр, зооветбелгестәр ҙә килгәйне.

Уларҙың барыһын да район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Михаил Чижков тәбрикләне. Ул халыҡ хужалығы тармағында малсы һөнәренең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, һәр хеҙмәт коллективының һөҙөмтәле эшенә, күп төрлө, сифатлы мал аҙығы запасын арттырыуға иғтибар йүнәлтте.
Биналарҙы ремонтларға һәм төҙөкләндерергә, мал, кәрәкле техника һатып алырға, хеҙмәт кешеһен хәстәрләргә юлдар тапҡан “Иртөбәк агрофирмаһы” йәмғиәтен миҫалға килтерҙе. Михаил Федорович бәйгеселәргә уңыш теләне, буласаҡ еңеүселәрҙе республика турнирында район данын лайыҡлы яҡларға саҡырҙы.
Агрофирманың башҡарыусы директоры Олег Николаев ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршы алды һәм эш-хәлдәр менән таныштырҙы.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы Ғәли Айытов һөнәри оҫталыҡ конкурсы шарттары менән таныштырҙы. Әйткәндәй, машина менән һауыу операторҙары өсөн ярыш ике, яһалма ҡасырыусылар өс этапта уҙҙы.

Чемпион титулына дәғүә итеүселәр араһында был юлы тәжрибәле, үҙ һөнәрҙәрен биш бармағындай белеүсе, юғары стажға эйә булыусы, республика һәм район ярыштарында еңеү яулаусы малсылар күп булды.

Шуға ла баһалама төркөмө ағзаларына еңеүсене билдәләү үтә еңелдән булманы. Сәмле ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Ялсы фермаһы эшсәне Элида Ваһапова яуланы. Икенсе урынға уның әхирәтеЗинаида Иванова (ул уҙған йыл өсөнсө урын алғайны), өсөнсө урынға “Октябрь” кооперативының Воскресенский фермаһынан Ирина Сатюкова ( ул - 2017 йыл призеры) сыҡты.
Яһалма ҡасырыусылар араһында ла ярыш йылдағыса ҡыҙыу барҙы. Уҙған йылда республика кимәлендә еңеү яулаған Салауат Байғүбәковтың (“Тәүәкән” йәмғиәте) ярышта ҡатнашыуы башҡаларға сәм өҫтәне. Был юлы уңыш шул уҡ хужалыҡта эшләүсе Рөстәм Ғиләжетдиновҡа йылмайҙы. Салауат “көмөш”, “Күгәрсен агрофирмаһы” йәмғиәтендә эшләүсе Рәжәп Рхимов “бронза” яуланы, “Иртөбәк агрофирмаһы” эшсәне Руслан Минһажев дүртенсе урын алды.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев еңеүселәргә үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм һәр ҡатнашыусыға Диплом, аҡсалата дәртләндереү призы тапшырҙы. Иң-иңдәр иһә бүләккә быҙау йәки сусҡа балаһы алып ҡыуанды.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотолары.

Читайте нас: