Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Июнь 2018, 17:33

Һуңғы гектарҙарҙы теүәлләп

“Күгәрсен агрофирмаһы” йәмғиәте игенселәре сәсеүэштәрен тамамлау өҫтөндә. Ошо көндәрҙә механизаторҙар етен сәсеү эштәрентеүәлләгән. Быйыл йәмғиәт был культураны 500 гектарҙа сәскән.

“Күгәрсен агрофирмаһы” йәмғиәте игенселәре сәсеү эштәрен тамамлау өҫтөндә. Ошо көндәрҙә механизаторҙар етен сәсеү эштәрен теүәлләгән. Быйыл йәмғиәт был культураны 500 гектарҙа сәскән. Механизаторҙар - Михаил Горянин һәм Илгиз Сәғитов сәсеү менән шөғөлләнһә, тәүлек әйләнәһенә “КамАЗ” автомобилендә Сергей Нилов менән Илһам Ниязғолов орлоҡтарҙы ваҡытында килтереп торған.

Тәжрибәле механизатор Миңлеғәли Рысаев “К-744” тракторында әле яңыраҡ ҡына 800 гектарҙа яҙғы культураларҙы сәсеү эштәрен тамамлаған. Үҙ эшенең оҫталары Петр Чепенко һәм Илгиз Шәрипов (һүрәттә) көнбағышты ла ултыртҡан.

Николай Бунин, Фәиз Ваһапов тәгәрмәсле агрегаттарҙа һәм хужалыҡҡа ярҙам итеүсе крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Виталий Агеев һәм уны алмаштырыусы Александр Куркин (һүрәттә) үҙҙәренең техникаһында технология талаптары буйынса ултыртылғандарҙы тигеҙләп сыҡты.

Анатолий Мельников, Николай Фатун, Владимир Щербаков һәм Хәлит Хәсәнов “Т-150” тракторында тупраҡты сәсеүгә әҙерләне.

Дөйөм эшкә водитель Артем Студзинский ҙа үҙ өлөшөн индерҙе, ул “ЗИЛ-130” бензовозында агрегаттарҙы ваҡытында яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеп торҙо.
Ашнаҡсы Миңлегөл Аслаеваның хеҙмәте маҡтауға лайыҡ, ул игенселәргә төшкө һәм киске ашты ваҡытында килтереп еткерҙе.
Хужалыҡ ошо арала силос өсөн кукурузды 150 гектарҙа һәм судан үләнен 100 гектарҙа сәсеп бөтөргә планлаштыра. Артабан - сәселгәндәрҙе тәрбиәләү, утау һәм уңышҡа ҙур өмөттәр бағлау.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотолары.
Читайте нас: