Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Июнь 2018, 17:14

Мул уңышҡа өмөт ҙур

“Чапаев исемендәге колхоз” кооперативы игенселәре сәсеү эштәрен уңышлы атҡарып сыҡты. Улар бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы - 1001, мал аҙығын – 450, техник культураларҙы 150 гектарҙа сәскән.

“Чапаев исемендәге колхоз” кооперативы игенселәре сәсеү эштәрен уңышлы атҡарып сыҡты. Улар бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы - 1001, мал аҙығын – 450, техник культураларҙы 150 гектарҙа сәскән.
35 йыл эш стажы булған тәжрибәле механизатор Сергей Орлов “Т-150” тракторында “Берегиня” сәсеү комплексы менән 500 гектарҙан ашыу ерҙә яҙғы бойҙай, борсаҡ, ҡарабойҙай , тары сәсеп, һәйбәт һөҙөмтәләргә иреште. Икенсе сәсеү комплексын Сергей Захаркин һөҙөмтәле файҙаланды. Улар икеһе лә ҡарабойҙай баҫыуында эшләне. Уларға Юрий Орлов ярҙам итте, ул үҙ ваҡытында орлоҡтар менән тәьмин итеп торҙо.

Владимир Обухов баҫыҙарҙы сәсер алдынан үҙйөрөшлө “Ботаник” һиптергесендә химик утау үткәрҙе. Уға Андрей Бекетов ярҙам итте, ул химикатты һәм һыуҙы ваҡытында алып килде. Хужалыҡ баҫыуҙарына тиҙҙән йәнә техника сығасаҡ, бында бөжәктәргә һәм ҡый үләндәренә ҡаршы көрәш башланасаҡ.

Хужалыҡта сәсеү эштәрен теүәлләһәләр ҙә, пар ерҙәрен дискалау һәм культивациялау эштәре дауам итә. Уларҙы “МТЗ-82” тракторында Сулпан Әбделмәнов менән “Т-15”лә Александр Орлов башҡара.

Орлоҡтарҙы ағыулау, уларҙы тейәп ебәреү эштәрен ток мөдире, ЗАВ агрегаты машинисы Федор Княжевка йөкмәтелгән. Сәсеү эштәрен уңышлы атҡарып сығыуға баш инженер Әмир Ҡыҙрасов, слесарь-моторист Юрий Евтушенко һәм электрик Виктор Спасков та ҙур өлөш индергән.

- Бөтәһе лә маладис, - ти эшсәндәре хаҡында ҡыҫҡа, ләкин минеңсә дөп-дөрөҫ итеп кооператив етәксеһе Владимир Храповицкий. Ысынлап та, һәйбәт эшләһәң, һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәҫ, көҙ көнө уңышы мул, аҙбары тулы булыр.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотолары.
Читайте нас: