Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Июнь 2018, 14:28

Сибайҙа «Урал аръяғы-2018» иҡтисади форумы асылды

Сибайҙа бөгөн, 9 июндә, «Урал аръяғы-2018». Уңайлы инвестиция мөхите – эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе» иҡтисади форумы асылды. Сара барышында Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү юлдары һәм проблемалары, эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары, ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү һәм яңы предприятиелар асыу тураһында диалог ойошторолған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Сибайҙа бөгөн, 9 июндә, «Урал аръяғы-2018». Уңайлы инвестиция мөхите – эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе» иҡтисади форумы асылды. Сара барышында Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү юлдары һәм проблемалары, эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары, ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү һәм яңы предприятиелар асыу тураһында диалог ойошторолған.
Форум эшендә 300-ҙән ашыу делегат – федераль һәм төбәк власть органдары, ҙур сәнәғәт предприятиелары, ғилми үҙәктәр һәм белем биреү ойошмалары, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү институттары вәкилдәре ҡатнаша.

Сара программаһында пленар ултырыш, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ һабан байрамында ҡатнашыу һәм агротуризмды, ваҡиғалар туризмын һәм этнотуризмды үҫтереү мәсьәләләренә арналған күргәҙмәләр ойоштороу ҡаралған.

Калуга өлкәһенең Аграр һәм ауыл туризмы ассоциацияһы президенты, Рәсәй Халыҡ-ара туризм академияһы профессоры Василий Макашин форумдың әһәмиәтен юғары баһаланы: «Бындай саралар үҫеш идеяһына булышлыҡ итә, сифатлы күтәрелеш әҙерләй. Бында республика ил, шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә алға китһен өсөн барлыҡ уй-фекерҙәр туплана. Республика лидерының, башҡа өлкә губернаторҙарының ҡатнашыуы форумдың статусы юғары булыуы хаҡында һөйләй, был башҡа төбәктәр менән иҡтисади бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә һәм иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ итә. Яҡшы һөйләшеү һәм яҡшы һөҙөмтә булыр тип ышанам».
Читайте нас: