Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Май 2018, 12:41

Йәнә бензин ҡиммәтләнде: +70 тин

Төнгө сәғәт 12-нән һуң 30 майҙа Өфөлә йәнә бензин ҡиммәтләнде. Хаҡтар «Башнефть» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында артҡан.

ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
Төнгө сәғәт 12-нән һуң 30 майҙа Өфөлә йәнә бензин ҡиммәтләнде. Хаҡтар «Башнефть» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында артҡан. Хаҡтар теҙмәһенә күҙ һалғанда, яғыулыҡтың 60 тингә, ә АИ-95 маркалы бензиндың 70 тингә күтәрелеүе теркәлгән.
Шул рәүешле, хаҡ артыуын иҫәпкә алғанда Өфө водителдәренә бөгөн АИ-92 маркалы бензин өсөн – 40 һум 30 тин, АИ-92 Atum өсөн — 40 һум 90 тин, АИ-95 өсөн – 43 һум 30 тин һәм дизель яғыулығына 43 һум 50 тин түләргә тура киләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был һуңғы айҙа баш ҡалала алтынсыға бензинға хаҡтың артыуы.
УФА, 30 май 2018. /ИА «Башинформ», Наталья Овчарук/.
После полуночи 30 мая в Уфе вновь подорожал бензин. Повышение цен произошло на АЗС компании «Башнефть». Судя по прайс-листу, увеличение стоимости топлива зафиксировано на 60 копеек, а бензина марки АИ-95 — на 70 копеек.
Таким образом, с учетом удорожания сегодня, водителям, заправляющим автомобиль на уфимских заправках, за литр бензина АИ-92 придется заплатить 40 рублей 30 копеек, за АИ-92 Atum — 40 рублей 90 копеек, АИ-95 — 43 рубля 30 копеек, за дизельное топливо — 43 рубля 50 копеек.
Напомним, это уже шестое повышение цен на бензин в столице Башкирии за последний месяц.
Читайте нас: