Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
24 Май 2018, 19:12

Урамдарға асфальт түшәлә

“Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы – Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы коллективы көндәр матурланыу менән район үҙәгендәге юлдарға асфальт йәйә башланы. Мораҡ ауылының Смолин һәм Таулы урамында йәшәүселәр хәҙер яңы юлға ҡыуанып бөтә алмай, сөнки тәүгеләрҙән булып тап ошо урамдарға асфальт түшәлде лә инде.

“Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы – Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы коллективы көндәр матурланыу менән район үҙәгендәге юлдарға асфальт йәйә башланы.

Мораҡ ауылының Смолин һәм Таулы урамында йәшәүселәр хәҙер яңы юлға ҡыуанып бөтә алмай, сөнки тәүгеләрҙән булып тап ошо урамдарға асфальт түшәлде лә инде.

Юлсылар әле Мораҡ - Иҫке Собханғол автоюлында эшләй. Мастер Илнур Кинйәбулатов етәкселегендә эшсәндәр совхоз биҫтәһендәге юлдың иҫкергән өлөштәрен алмаштыра. Яңыраҡ ҡына алынған асфальт һалыусы машина машинистары Илнур Ғөбәйҙуллин (Һүрәттә), Фәнүз Мөхәмәтйәнов, эшсе Самат Ҡотлоғужин үҙ эшенә яуаплы ҡарайҙар.

Асфальтты Василий Биньковский һәм Фәнис Яйыҡбаев тигеҙләй, Сергей һәм Андрей Гусевтар, Марсель Нуралин “КамАЗ” машинаһында уларға сырьены ваҡытында килтереп еткерә.

Юлдарҙы матурлау менән бер рәттән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшсәндәре соҡор-саҡырлы ерҙәрҙе ремонтлай, барьер ҡоймаларын, күперҙәре, павильондарҙы ла буяй.

Анатолий КАЗАКОВ.

Читайте нас: