Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Май 2018, 15:16

Башҡортостан аграрийҙары күҙалланған майҙандарҙың яртыһын сәскән

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 17 майға төбәктә ярауай сәсеү 1 миллиондан ашыу гектарҙа башҡарылған. Ул – ошо яҙға күҙалланған сәсеү майҙандарының теүәл яртыһы.

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Башҡортостанда яҡшы һауа торошона күрә сәсеү эштәренең тиҙлеге артҡан. Уҙған тәүлектә генә сәселгән майҙандарҙың үҫеше 122,4 мең гектар тәшкил итте.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 17 майға төбәктә ярауай сәсеү 1 миллиондан ашыу гектарҙа башҡарылған. Ул – ошо яҙға күҙалланған сәсеү майҙандарының теүәл яртыһы.
Әлеге ваҡытта 26 район игенселәре майҙандарҙың яртыһынан күберәген сәскән. Эштәр тиҙлеге буйынса ғәҙәттәгесә Урал алды зонаһы райондары алдынғы килә, унда яҙғы культуралар менән майҙандарҙың 57 проценты сәселгән. Иң яҡшылар иҫәбендә – баҫыуҙарҙың 64-69 процентында сәсеү эштәрен тамамлаған Стәрлебаш, Бүздәк һәм Әлшәй райондары.
Читайте нас: