Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Май 2018, 01:16

Республика буйынса Пенсия фонды әсәлек капиталынан айлыҡ түләү алыуға ғаризалар ҡабул итә

Башҡортостанда 143 ғаилә – 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң икенсе балаһы тыуған һәм әсәлек капиталы сертификатын алғандар республиканың ҡала-райондарында урынлашҡан Пенсия фонды идаралыҡтарына 8 892 һум күләмендә айлыҡ түләүгә ғариза яҙған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Башҡортостанда 143 ғаилә – 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң икенсе балаһы тыуған һәм әсәлек капиталы сертификатын алғандар республиканың ҡала-райондарында урынлашҡан Пенсия фонды идаралыҡтарына 8 892 һум күләмендә айлыҡ түләүгә ғариза яҙған. Уларҙан 119 ғаилә ошондай түләүҙе ала башлаған да инде. Был маҡсатҡа йүнәлтелгән дөйөм сумма әлеге ваҡытта 4 миллион һумдан артҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, әсәлек (ғаилә) капиталын тотоноуҙың яңы йүнәлеше – юғары килемле булмаған ғаиләләр өсөн айлыҡ түләү – ағымдағы йылдан алып ғәмәлдә. Был категорияға килеме Рәсәй төбәгендә билдәләнгән эшкә һәләтле граждандың йәшәү минимумы күләменән 1,5 тапҡыр артмаған ғаиләләр ҡарай. Башҡортостанда был сумма 14 247 һум тәшкил итә.
Ғаиләнең дөйөм табышына эш хаҡы, премиялар, пенсиялар, социаль пособиелар, стипендиялар, төрлө компенсациялар, алименттар инә. Пенсия фондына мөрөжәғәт иткәндә ошо түләүҙәрҙең суммаһы Пенсия Фондынан алынған түләүҙәрҙән тыш тейешле документтар менән раҫланырға тейеш.
Айлыҡ түләүҙе тәғәйенләүгә ғаризаны икенсе бала тыуғандан йыл ярым дауамында бирергә мөмкин. Бала тыуғандан тәүге алты ай дауамында мөрәжәғәт иткәндә түләүҙе бала тыуған көнөнән алып билдәләйҙәр. Алты айҙан һуң мөрәжәғәт иткәндә түләү ғариза тапшырған көндән билдәләнә.
Шуға балалары ғинуарҙа тыуған ғаиләләргә алты ай үткәнсе айлыҡ түләү алыу йәки әсәлек капиталы аҡсаһын башҡа йүнәлештәр: ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, белем алыуға, әсә кешенең буласаҡ пенсияһына йәки инвалид балаларҙың йәмғиәттә социаль адаптацияһына һәм интеграцияһына йүнәлтеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
Айлыҡ түләүҙе тәғәйенләү тураһында ғаризаны Рәсәй Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтенә бирергә мөмкин. Аҡсалар Рәсәй банкында асылған граждан иҫәбенә күсерелә. Теләһе ваҡытта әсәлек капиталы хужаһының теләге буйынса түләүҙе туҡтатырға мөмкин.
Айлыҡ түләү балаға йәш ярым тулғансы бирелә, әммә тәүге түләү осоро бер йылға иҫәпләнгән. Бер йыл үткәндән һуң сертификат эйәһе уны тәғәйенләүгә йәнә ғариза тапшыра ала. Әсәлек капиталы тулыһынса тотонолған, ғаилә йәшәү урынын алмаштырған йәки балаға йәш ярым тулған осраҡта түләү туҡтатыла.
Читайте нас: