Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
23 Апрель 2018, 13:09

2018 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 13-15 процентҡа арттыралар

2018 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уртаса 13-15 процентҡа күтәреләсәк, ул фараз ителгән инфляцияны 3,5 тапҡырға уҙып китәсәк. Ошо хаҡта Рәсәй Банкы күҙәтеүҙәренә һылтанып, «Известия» гәзите хәбәр итә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
2018 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы уртаса 13-15 процентҡа күтәреләсәк, ул фараз ителгән инфляцияны 3,5 тапҡырға уҙып китәсәк. Ошо хаҡта Рәсәй Банкы күҙәтеүҙәренә һылтанып, «Известия» гәзите хәбәр итә.
Түләүҙәр үҫеше күбеһенсә иң түбән хеҙмәт хаҡы күләмен йәшәү минимумына тиклем арттырыу һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың майҙағы указдарын үтәү иҫәбенә ирешеләсәк, тип билдәләнә. Үҙәк Банк эксперттары хеҙмәт хаҡының 1,5-2,9 процентҡа үҫәсәген иҫәпләгән, сөнки 1 майҙан иң түбән эш хаҡын 11,1 мең һумғаса арттыралар. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылда эш хаҡын индексациялау көтөлгән 4 процент инфляция кимәленә тиклем төшәсәк.
Эш хаҡының артыуы бюджет өлкөһе менән сикләнмәйәсәк – коммерция ойошмалары ла хеҙмәткәрҙәренә матди дәртләндереүҙе арттырасаҡ. Белгестәр мәғлүмәттәре буйынса, ул кадрҙар етмәү һәм айырым тармаҡтарҙа квалификациялы хеҙмәткәрҙәр өсөн конкуренция үҫеше менән бәйле буласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1148347-zarplaty-byudzhetnikov-v-2018-godu-uvelichat-na-13-15/
Читайте нас: