ӨФӨ, 2018 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Март айында Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3 976 һумға тиклем кәмене, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығынынан.
Әле пособиеның минималь күләме 977,5 һум, иң ҙуры — 5 635.
«1 апрелгә төбәктә 8,2 мең кеше — эшһеҙлек буйынса минималь, 12,2 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ максималь пособие ала», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 21,4 меңдән ашыу «рәсми» теркәлгән эшһеҙ һәм 44,5 мең самаһы буш эш урыны иҫәпләнә.