Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Апрель 2018, 21:47

Өфөлә бензин йәнә ҡиммәтләнде

Башҡортостандың баш ҡалаһында бензин һәм дизель яғыулығы йәнә ҡиммәтләнде, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Башҡортостандың баш ҡалаһында бензин һәм дизель яғыулығы йәнә ҡиммәтләнде, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, әле Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында дизель яғыулығының бер литры уртаса 40,76 һум тора. Был 2 апрелгә ҡарата хаҡтар кимәленән 0,4 процентҡа күберәк.
АИ-92 маркалы бензин ошо ваҡыт эсендә 0,8 процентҡа артып, бер литры 37,86 һумға еткән. АИ-98 0,7 процентҡа ҡыйбатланған, хәҙер уның хаҡы 44,83 һум тәшкил итә.
АИ-95 маркалы бензиндың хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалған – бер литры уртаса 40,54 һум.
2017 йылдың 10 апреле менән сағыштырғанда, Өфөлә дизель яғыулығы 6,5 процентҡа ҡиммәтләнгән. АИ-92 маркалы бензин – 5,9 процентҡа, АИ-95 – 4,3 процентҡа, тип билдәләй статистар.
http://www.bashinform.ru/news/1143635-benzin-v-ufe-vnov-podorozhal/
Читайте нас: