Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Апрель 2018, 00:23

Республикала ипотека буйынса ставка төшкән – Милли банк

Башҡортостанда ипотека буйынса уртаса процент ставкаһы 1 мартҡа ҡарата 9,8 процентҡа төшкән. Йыл башында ул 10,6 процент булды, тип хәбәр иттеләр республика Милли банкының матбуғат хеҙмәтендә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Башҡортостанда ипотека буйынса уртаса процент ставкаһы 1 мартҡа ҡарата 9,8 процентҡа төшкән. Йыл башында ул 10,6 процент булды, тип хәбәр иттеләр республика Милли банкының матбуғат хеҙмәтендә.
Ағымдағы йылдың 1 мартына ҡарата торлаҡ кредиттары буйынса бурыс 144 305,9 милион һум тәшкил иткән. Ипотека буйынса түләнмәгән бурыс суммаһы был ваҡытҡа 1 249 миллион һумға еткән.
2018 йылдың тәүге ике айында Башҡортостанда дөйөм 11 011,9 миллион һумлыҡ 6 873 ипотека кредиты бирелгән.
Башҡортостанда 1 мартҡа уртаса торлаҡ кредитлау ваҡыты 177,6 айға тиклем артҡан. Дөйөм Рәсәй буйынса был күрһәткес 190,5 ай тәшкил итә, тип мәғлүмәт бирҙеләр Милли банкта.
http://www.bashinform.ru/news/1141952-v-bashkirii-snizilas-stavka-po-ipoteke-natsbank/
Читайте нас: