Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Апрель 2018, 16:43

Республикала ауыл хужалығында уртаса эш хаҡын атанылар

Былтыр Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағында эш хаҡы 17 691 һум булған, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.

ӨФӨ, 2018 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Былтыр Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағында эш хаҡы 17 691 һум булған, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.

Благовещен һәм Өфө райондарында иһә агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәле республика буйынса ҡарағанда күпкә юғары — 28 858 һум.

Саҡмағош, Дүртөйлө, Шишмә, Благовар, Әлшәй, Ғафури, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондарында ауыл хужалығында уртаса айлыҡ эш хаҡы 20 019 һум тәшкил иткән.

2017 йылда 21 муниципаль районда ауыл хужалығында эшләүселәрҙең уртаса эш хаҡы 15 739 һум булған, 23 районда — уртаса 12 093 һум.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уҙған йылдың ғинуар-декабрендә ойошма хеҙмәткәрҙәренең, шул иҫәптән кесе эшҡыуарлыҡта уртаса хеҙмәт хаҡы 30 149 һумға еткән. Был 2016 йылға ҡарағанда 6,7 процентҡа күберәк. 2016 йылдың ғинуар-декабренә төбәктә реаль эш хаҡы 3,7 процент тәшкил иткән.

Читайте нас: