Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Март 2018, 11:10

Дәүләт Думаһы бергә йәшәүҙе никахҡа тиңләштереүҙән баш тартты

Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты бергә йәшәүҙе законлы никахҡа тиңләштергән закон проектын хупламаны. Комитет был фекерҙе кире ҡағырға кәңәш итте, тип хәбәр итә «Известия».

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты бергә йәшәүҙе законлы никахҡа тиңләштергән закон проектын хупламаны. Комитет был фекерҙе кире ҡағырға кәңәш итте, тип хәбәр итә «Известия».
Закон проекты менән биш йыл йәки уртаҡ балалары булғанда ике йыл дауамында «бергә йәшәгән һәм уртаҡ хужалыҡ алып барған ир менән ҡатындың билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән ғаиләһен» ғәмәлдәге никах мөнәсәбәттәренә тиңләргә тәҡдим ителде.
Комитет башлығы Павел Крашенинников билдәләүенсә, хатта законлы никахта ла оҡшаш билдәләрҙең күҙәтелмәүе ихтимал. Ир менән ҡатындың төрлө ҡалаларҙа ғына түгел, төрлө илдәрҙә йәшәүе һәм уртаҡ милеге лә булмауы ихтимал, тип өҫтәне ул.
http://www.bashinform.ru/news/1132251-gosduma-otkazalas-priravnivat-sozhitelstvo-k-braku-/