Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Март 2018, 19:00

Башҡортостан аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһын яңырта

2018 йыл башынан республика ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр дөйөм 174 миллион һумға 120 берәмек техника һатып алған.

2018 йыл башынан республика ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр дөйөм 174 миллион һумға 120 берәмек техника һатып алған.

Улар араһында – 25 трактор, алты иген йыйыу комбайны. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек ошо ваҡытҡа төбәк аграрийҙары шундай уҡ ике комбайн алған. Һатып алынған тракторҙар, тупраҡ эшкәртеү һәм иген урғыс машиналар һаны былтырғы күрһәткестәргә тап килә.

Малсылыҡ машиналарына һәм ҡорамалдарына килгәндә, уларҙы һатып алыуға республика хужалыҡтары 38 миллион һум тотонған. Был уҙған йылға ҡарағанда яҡынса өс тапҡырға күберәк.
Читайте нас: