Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Март 2018, 12:52

Республикала туңып үлгән крокодил тапҡандар

Башҡортостанда урындағы йәшәүселәр туңған крокодил тапҡан һәм ғәҙәти булмаған табыштың фотоһын социаль селтәргә һалған.«Башинформ» агентлығына фото авторы һөйләүенсә, крокодилды юл буйында башта уның әсәһе күреп ҡалған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда урындағы йәшәүселәр туңған крокодил тапҡан һәм ғәҙәти булмаған табыштың фотоһын социаль селтәргә һалған.

«Башинформ» агентлығына фото авторы һөйләүенсә, крокодилды юл буйында башта уның әсәһе күреп ҡалған.

«Әсәйем иртәнсәк, төнгө сменанан һуң Баймаҡтан ҡайтып килгән. Сибай һәм Баймаҡ районың Моҡас ауылы араһындағы юлда ул крокодилға оҡшаған нимәнелер күреп ҡалған, әммә уны боҙ киҫәгелер тип уйлаған. Икенсе көн иртәнсәк ғаиләбеҙ менән Сибайға барырға сыҡтыҡ, «боҙ киҫәге» шунда уҡ ята ине.

Социаль селтәр менән ҡулланыусылар крокодил юлда күсмә зоопарктан төшөп ҡалғандыр тип уйлай.

Читайте нас в