Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Март 2018, 18:11

Рөстәм Хәмитов Благовещенда сығасаҡ Ҡытай тракторҙарын ҡараны

Благовещенға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитет биләмәһендә етештереү күҙалланған Ҡытайҙың «Чжифан» компанияһы тракторҙары өлгөләрен ҡараны.

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Благовещенға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитет биләмәһендә етештереү күҙалланған Ҡытайҙың «Чжифан» компанияһы тракторҙары өлгөләрен ҡараны.

Район хакимиәте алдындағы майҙанда предприятие етәкселәре төрлө ҡеүәттәге дүрт төр трактор тәҡдим итте һәм Благовещен районында трактор заводын төҙөү буйынса пландары хаҡында һөйләне. Республика Башлығы үҙе техникаға ултырып ҡараны, шулай уҡ ул комплект частарын етештереү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте Благовещенда яҡынса 6 миллиард һумға завод төҙөлөшөн инвестицияларға ниәтләгән «Чжифан» компанияһы менән килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы, был майҙансыҡта йыл һайын 20 меңгә хәтлем трактор сығарыу күҙаллана. Моноҡалала 500-ҙән ашыу эш урыны булдырыласаҡ.
Читайте нас: