Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Март 2018, 18:21

«Башҡортостан микрокредит компанияһы» кесе эшҡыуарлыҡ өсөн микрозайм буйынса ставкаларҙы кәметә

1 марттан «Башҡортостан микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы микрозаймдар буйынса ставкалар кәметелә.

1 марттан «Башҡортостан микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы микрозаймдар буйынса ставкаларҙы түбәндәге кимәлгә тиклем кәметелә:
Йылына 7,5% — эске туризм, социаль эшҡыуарлыҡ һәм эшкәртеү өлкәһендәге кесе эшҡыуарлыҡ, шул иҫәптән моноҡалаларҙағы кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн;
Йылына 9% — ауыл хужалығы өлкәһендәге кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн.
Эшҡыуарлыҡ микрозаймдары буйынса процент ставкаһын кәметеү йүнәлеше былтыр Рәсәй банкының аҡса-кредит сәйәсәте һәм республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының системалы саралары барышында барлыҡҡа килде.
Республикала кесе эшҡыуарлыҡҡа микрофинанс ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында «Башҡортостан микрокредит компанияһы»на эшҡыуарҙарҙы финанслау күләмен арттырыу өсөн федераль бюджеттан 51,8 миллион һум йүнәлтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Читайте нас: