Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
5 Март 2018, 22:04

Башҡортостанда иң яҡшы ауыл хужалығы идаралығы етәкселәре билдәле булды

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы район ауыл хужалығы идаралыҡтарын етәкләгән тәүге 10 чиновникты билдәләне. Ауыл хужалығы идаралыҡтары етәкселәренең уҡыу һөҙөмтәләре, студенттар менән эш итеү, яҙғы баҫыу эштәренә һәм уңыш йыйыу кампанияһына әҙерлек йомғаҡтары, шулай уҡ етештерелгән продукцияның йыллыҡ күләме кеүек бер нисә күрһәткес иҫәпкә алынды.

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы район ауыл хужалығы идаралыҡтарын етәкләгән тәүге 10 чиновникты билдәләне. Ауыл хужалығы идаралыҡтары етәкселәренең уҡыу һөҙөмтәләре, студенттар менән эш итеү, яҙғы баҫыу эштәренә һәм уңыш йыйыу кампанияһына әҙерлек йомғаҡтары, шулай уҡ етештерелгән продукцияның йыллыҡ күләме кеүек бер нисә күрһәткес иҫәпкә алынды.

Рейтингты Стәрлетамаҡ районы етәкләне. Артабан Благовар, Шишмә, Дүртөйлө, Өфө, Мәләүез, Саҡмағош, Бүздәк, Благовещен һәм Ауырғазы райондары урынлашты.
Читайте нас: