Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Март 2018, 22:34

ҠАРҺЫҘ ҠЫШ ӘЛЕГӘ УЖЫМ КУЛЬТУРАЛАРЫНЫҢ КҮПЛӘП ҺӘЛӘК БУЛЫУЫНА КИЛТЕРМӘГӘН

Был турала баҫыуҙарҙан алынған ужым сәсеүлектәре монолиттарын тикшереү һөҙөмтәләре күрһәткән. Бөгөн ауыл хужалығы үҙәге белгестәре тарафынан бындай анализдар республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үткәрелә. Ауыл хужалығы үҙәге белгестәре Кушнаренко районы баҫыуҙарын тикшерә. Былтыр көҙ төбәк хужалыҡтары 12 мең ярым гектарҙа ужым культуралары сәскән. Шул уҡ ваҡытта туҡтауһыҙ ямғырҙар яуып тороуы һөҙөмтәһендә урып-йыйыу эштәре оҙаҡҡа һуҙылған. Был үҙ сиратында ужым культураларын сәсеүҙе лә бик һуңға ҡалдырған.

Был турала баҫыуҙарҙан алынған ужым сәсеүлектәре монолиттарын тикшереү һөҙөмтәләре күрһәткән. Бөгөн ауыл хужалығы үҙәге белгестәре тарафынан бындай анализдар республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үткәрелә.

Ауыл хужалығы үҙәге белгестәре Кушнаренко районы баҫыуҙарын тикшерә. Былтыр көҙ төбәк хужалыҡтары 12 мең ярым гектарҙа ужым культуралары сәскән. Шул уҡ ваҡытта туҡтауһыҙ ямғырҙар яуып тороуы һөҙөмтәһендә урып-йыйыу эштәре оҙаҡҡа һуҙылған. Был үҙ сиратында ужым культураларын сәсеүҙе лә бик һуңға ҡалдырған.

Ҡар аҫтындағы ужымдарҙы тикшереү өсөн белгестәр монолиттар алырға бурыслы. Әммә туңған ер тиҙ генә бирешергә уйламай. Бындай осраҡта үҙәк хеҙмәткәрҙәре быуындан-быуынға тапшырылып килгән ысулды ҡуллана. Үҙҙәре лә ломға ҡаршы бер ниндәй ҙә алым юҡ, тип шаярта.

Киҫеп алынған монолиттар һуңғынан лабораторияға тикшереүгә оҙатыла. Йылы бүлмәләрҙә улар ҡышҡы йоҡонан уянып, ике аҙна эсендә анализдар алыуға өлгөрә. Бөгөнгә Кушнаренко районындағы белгестәр ике мең гектарҙан ашыу майҙанда сәселгән культураларҙы тикшергән. Уларҙың 80 процент самаһы яҡшы хәлдә булыуы асыҡланған.

Бөгөн ауыл хужалығы үҙәге белгестәре бындай тикшереүҙәрҙе республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үткәрә. Әлегә ғинуар аҙағында алынған монолиттарҙы тикшереү дауам итә. Шулай ҙа тәүге һөҙөмтәләрҙе әле үк иғлан итергә мөмкин.

Ужым культуралары яҡшы ҡышлаһын өсөн ҡарҙың ҡалынлығының 10-20 сантиметр булыуы ла етә. Быйылғы ужымдың сағыштырмаса яҡшы һаҡланғанын иҫәпкә алғанда, мул уңышҡа өмөт итергә була, ти ауыл эшсәндәре.

Читайте нас: