Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Февраль 2018, 16:22

Төп иғтибар - малсылыҡҡа

Район хужалыҡтары мал ҡышлатыуҙы уңышлы башланы. “Иртөбәк” йәмғиәте лә һуңғы йылдарҙа малсылыҡ буйынса алдынғылар рәтенә сыҡты. Әлеге ваҡытта бында 400 баш һыйыр һауыла, малдар һәм малсылар өсөн шарттар булдырылған. Хужалыҡ етәксеһе Олег Николаев һүҙҙәре буйынса, малдарҙың һанын һәм уларҙы ҡарау шарттарын яҡшыртыуҙа “500 ферма” программаһы булышлыҡ иткән.

Район хужалыҡтары мал ҡышлатыуҙы уңышлы башланы. “Иртөбәк” йәмғиәте лә һуңғы йылдарҙа малсылыҡ буйынса алдынғылар рәтенә сыҡты. Әлеге ваҡытта бында 400 баш һыйыр һауыла, малдар һәм малсылар өсөн шарттар булдырылған.

Хужалыҡ етәксеһе Олег Николаев һүҙҙәре буйынса, малдарҙың һанын һәм уларҙы ҡарау шарттарын яҡшыртыуҙа “500 ферма” программаһы булышлыҡ иткән.


-Мал аҙығын ваҡытында әҙерләргә тырышабыҙ, уның менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Быйыл айырыуса ҙур күләмдә әҙерләнек, бесән рулондарын баҫыуҙан ферма янына ташыныҡ, дөйөм һаны бер меңдән ашыу,- тине етәксе. – Маҡсатыбыҙ - киләсәктә һөт күләмен арттырыу.


Быға тиклем һыйырҙарҙы дүрт һауынсы һауһа, бер быҙау ҡараусы булһа, бөгөн һигеҙ машина менән һыйыр һауыу операторының һәр береһенә 45 һауын һыйыр тура килә, уларҙы дүрт кеше алыштыра, бер быҙау ҡараусы бар. Йәйгеһен тулайым һауымды биш тоннаға тиклем еткереүҙе, киләһе йылдың ҡышҡы айҙарында күрһәткесте дүрт тонна күләмендә тоторға күҙаллайбыҙ.


Тәү сиратта беҙ йәш таналарҙы үрсетеүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ, үгеҙҙәр юҡ. Уларҙы 3,5 центнер ауырлығына еткерәбеҙ, ваҡыты етһә, яһалма ҡасырабыҙ. Хужалыҡтағы малдар яһалма ҡасырыла, процесс йыл әйләнәһенә туҡтауһыҙ дауам итә, был да беҙҙең өсөн яңылыҡ, сөнки бығаса был эште ваҡыты менән генә үткәрә инек.


Уны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ветеринария белгесе Руслан Минһажевтың өлөшө ҙур. Малдарға бесән һәм миксерҙа буталған ҡатнаш аҙыҡ, кәрәк булһа, һаламын да бирәбеҙ, һалам кәбәндәре таналарҙы елдән дә һаҡлай. Йәйге ферманы төҙөкләндерәбеҙ, уны яңыса ойошторабыҙ, улар өсөн яңы ялғаштар ҡуйҙыҡ. Әлеге ваҡытта Ялсы һөт фермаһын төҙөкләндереү эшен дауам итәбеҙ. Быҙауҙар торған урын аҡлана, бүлмәләр ремонтлана.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор фотолары.

Һүрәттәрҙә: мал ҡараусы Мирас Абдуллин; машина менән һыйыр һауыу операторы Лилиә Киселева; эшсе Инна Фаворская менән малсы Ләйсән Солтанова.

Читайте нас: