Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Февраль 2018, 23:58

СТӘРЛЕТАМАҠТА БАЛАЛАР РИЗЫҒЫ ЕТЕШТЕРЕҮСЕ ҺӨТ ФАБРИКАҺЫ БАРЛЫҠҠА КИЛӘСӘК

Уны ойоштороу мөмкинлеге Хөкүмәт президиумы ултырышында тикшерелде. Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тәҡдим иткән проектҡа ярашлы, социаль учреждение төҙөүгә 19 миллион һум инвестиция талап ителә һәм ул киләһе йыл эшләй башларға тейеш. Һөт кухняһы өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе сифатлы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүгә махсуслашҡан. Әле бындай үҙәктәр баш ҡалала ғына эшләй.

Әлиә Ғәлимова бушлай һөт ризыҡтары алыусы Өфөлөләрҙең береһе. Бәләкәй улына ул көн дә эремсек, һөт, йогурт алып ҡайта. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн был ҙур ярҙам. Кибеттәрҙән был ризыҡтарҙы алһаң айына өс мең һумдан да ашып китә. Ә иң мөһиме социаль учреждениенан алынған аҙыҡ-түлек сифаты яғынан да күпкә яҡшыраҡ.
Баш ҡаланың балалар аҙығы үҙәгендә йылына 3 миллиондан ашыу порция һөт ризығы етештерелә. Шуларҙың яртыһы тиерлек социаль ғаиләләргә бушлай бирелә. Өфөлә өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өс меңдән ашыу. Улар сифатлы, консерванттар ҡушылмаған һөт продукцияһы менән тәьмин ителә.
Республикала иһә бушлай һөт ризыҡтарына тейешле өс йәшкә тиклемге балалар 25 меңдән ашыу. Шуға күрә бындай үҙәктәргә ихтыяж да ҙур.
Стәрлетамаҡта ла ошондай үҙәктең барлыҡҡа килеүе республиканың көньяғында бушлай балалар аҙығына мохтажлыҡты күпкә кәметәсәк. Ул барлыҡҡа килеү менән ике меңдән ашыу бала һөт ризыҡтары менән бушлай тәьмин ителәсәк.
Нияз Фазылов, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Үҙәк Салауат, Күмертау, Ишембай һәм Мәләүез ҡалаларын хеҙмәтләндерәсәк. Уны төҙөүгә ун туғыҙ миллион һум аҡса кәрәк. Бер яҡтан беҙ өҫтәмә эш урындары булдырһаҡ, икенсенән, урындағы фермерҙарҙан һөт һатып алыу ойоштороласаҡ».
Киләсәктә һөт кухняларының тағы ла артыуы көтөлә. Сиратта республиканың төньяҡ райондары. Үҙәк Нефтекама ҡалаһында булыр тип көтөлә.

Читайте нас: