Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Февраль 2018, 13:44

Балык тотҡан туҡ булыр, аяҡ- быуыны ныҡ булыр

Фәтҡуллиндарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы Үрге Бикҡужа ауылында бағыр үрсетеү буйынса балыҡсылыҡ фермаһын асты.Эшҡыуарҙар ун йылдан ашыу йылҡысылыҡ, малсылыҡ һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә, хәҙер инде яңы йүнәлеште үҫтерергә теләй, бағыр балығын үрсетеү һәм ыуылдырығын етештереү менән шөғөлләнергә иҫәп тота.

Фәтҡуллиндарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы Үрге Бикҡужа ауылында бағыр үрсетеү буйынса балыҡсылыҡ фермаһын асты.

Эшҡыуарҙар ун йылдан ашыу йылҡысылыҡ, малсылыҡ һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә, хәҙер инде яңы йүнәлеште үҫтерергә теләй, бағыр балығын үрсетеү һәм ыуылдырығын етештереү менән шөғөлләнергә иҫәп тота.

Фәтҡуллиндарға “Таймень” балыҡ үрсетеү йәмғиәте директоры, Мәләүез районында балыҡ үрсетеү менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнгән, был юҫыҡта бай тәжрибә туплаған белгестәрҙең береһе Иван Лаврентьев ярҙам иткән, әле лә, кәрәк булһа, үҙ кәңәштәрен бирә, бәйләнештә тора.

-Ғаяз ағай, һеҙҙең хужалыҡ районда бейә һәм кәзә ҡымыҙын, ит етештереү менән билдәле. Ни өсөн тап балыҡ үрсетеү йүнәлешен үҫтерергә булдығыҙ? Өҫтәүенә, башҡалар кеүек һаҙан йәки табан балығына түгел, ә бағырға өҫтөнлөк биргәнһегеҙ.

- Тирә-яҡта йылғалар, быуалар күп, ә балығы әҙ. Йомағужа һыуһаҡлағысын сафҡа индергәндән һуң һыу һалҡынайҙы, балыҡ күберәк өҫкө ағымда тороп ҡала, балыҡсылар ҙа йылғала балыҡ тотоу өсөн уңайлыҡтар булмауына зарлана. Шулай уҡ үткән йылда балыҡсылыҡҡа ҡағылған федераль ҡанунға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, урман ерҙәрен файҙаланыу рөхсәт ителде. Быны иҫәптә тотоп, беҙ агротуризм буйынса Бөрйән һәм Белорет райондарында уҡыуҙарҙа булдыҡ. Үҙебеҙҙә етештерелгән балыҡты туристарға, урындағы халыҡҡа һәм башҡа һатып алыусыларға тәҡдим итеү күпкә отошлораҡ, тип иҫәпләйбеҙ.

Бағырҙың төп үҙенсәлеге шунда: башҡаларҙан айырмалы ул ҡышҡыһын да үҫә, йоҡоға (анабиозға) китмәй, таҙа һәм кислородҡа бай булған һыуҙы ярата.

-Ниндәй әҙерлек эштәре башҡарылды?

-Рөхсәт ҡағыҙҙары алынғас, ноябрь айында экскаватор менән һыу инеү урынын ҡаҙҙыҡ, торбалар, понтондар һалдыҡ, декабрь айында бөтә нәмә әҙер ине. Тәүге үрсем балыҡтарын Мәләүез районынан һатып алып һыуға ебәрҙек. Быйыл йәй уларҙы һатыуға сығарырға мөмкин буласаҡ. Балыҡтарға үҙебеҙҙә етештерелгән махсус аҙыҡ ашатабыҙ, һыу температураһын һәм кислород күләмен контролдә тотабыҙ.

-Балыҡ фермаһын үҫтерергә теләйһегеҙме?

-Киләсәктә ошо урында йәй ял итеү урыны буласаҡ, тирмәләр ҡуйырға, уңайлыҡтар булдырырға ниәтләйбеҙ. Бағырҙы яҡындағы ҡала һәм райондарҙың туҡланыу урындарына ла алып барырға ниәт бар.

Яңы йүнәлештә эш башлаусыларға тәүәкәллек хас. Сығымдар үҙҙәрен аҡлаһын, йүнселдәрҙең эше үҫешһен, тигән теләктә ҡалайыҡ.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Анатолий КАЗАКОВ фотолары.


Читайте нас: