Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Февраль 2018, 12:15

Өфөлә 92-се маркалы бензин ҡиммәтләнгән

Аҙналыҡ һайланма мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Өфөнөң яғыулыҡ ҡойоу станцияларында АИ-92 маркалы бензинға хаҡтар артҡан.

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Аҙналыҡ һайланма мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Өфөнөң яғыулыҡ ҡойоу станцияларында АИ-92 маркалы бензинға хаҡтар 0,1 процентҡа артҡан һәм бер литры 37,52 һумға еткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Башҡа бензин маркалары һәм дизель яғыулығының хаҡы бер аҙна эсендә үҙгәрешһеҙ ҡалған. Атап әйткәндә, АИ-95 маркалы бензин хәҙер уртаса – 40,51 һум, АИ-98 – 44,49 һум, дизель яғыулығы 40,57 һум тора.
Уҙған йылдың 30 ғинуары менән сағыштырғанда баш ҡалала дизель яғыулығы – 6 процентҡа, 92-се бензин – 6,4 процентҡа, 95-се бензин 5,1 процентҡа ҡыйбатланған.
Читайте нас: