Мораҙым
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Ғинуар 2018, 17:44

Эшҡыуарҙарға онлайн-касса һатып алған өсөн компенсация түләнә

2017 йылда һалым органдары иҫкергән техникаларҙы иҫәптән төшөргән һәм 34 185 берәмек яңы юғары технологик онлайн-касса теркәгән. Етештереүсе заводтар комплект деталдәре менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булдырыу менән бәйле яңы кассалар индереү ваҡыты 2017 йыл аҙағына саҡлы дауам итте. 11 меңдән ашыу юридик шәхес һәм шәхси эшҡыуар яңы техникаға эйә булған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

2017 йылда һалым органдары иҫкергән техникаларҙы иҫәптән төшөргән һәм 34 185 берәмек яңы юғары технологик онлайн-касса теркәгән. Етештереүсе заводтар комплект деталдәре менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булдырыу менән бәйле яңы кассалар индереү ваҡыты 2017 йыл аҙағына саҡлы дауам итте. 11 меңдән ашыу юридик шәхес һәм шәхси эшҡыуар яңы техникаға эйә булған.

Онлайн-касса индереүҙең киләһе этабына ЕНВД һәм патенттар кеүек һалым режимдары булған сауҙа ойошмалары, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, ялланма эшсе тотҡан сауҙа ойошмалары ла инә. Был өлкәлә эшләүсе шәхси эшҡыуарҙар өсөн һәр яңы онлайн-кассаға, шул иҫәптән 2018 йылдың 1 июленә тиклем һатып алынған техникаға һалымдан тотоп ҡалыу формаһында 18 мең һум күләмендә компенсация ҡаралған.

Шуға онлайн-кассаны алдан алыу яҡшыраҡ, ә уларҙы 2018 йылдың апрель-май айҙарында ла – ваҡытҡа яҡын теркәргә мөмкин, тип кәңәш бирҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.
Читайте нас: