Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Ғинуар 2018, 17:10

Рөстәм Хәмитов республиканың ҡеүәтле предприятие етәкселәре менән осрашты

18 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың ҡеүәтле предприятие етәкселәре менән осрашты. Осрашыуҙа предприятиеларҙың инвестиция әүҙемлеге, күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу юлдары тикшерелде.

18 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың ҡеүәтле предприятие етәкселәре менән осрашты. Осрашыуҙа предприятиеларҙың инвестиция әүҙемлеге, күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу юлдары тикшерелде.

— Иғтибарҙы инвестиция йәлеп итеү, предприятиеларҙы яңыртыу, яңы етештереү урындары төҙөү мәсьәләләренә йүнәлтергә кәрәк. Инвестиция программаларын ҡараныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2017 йылда күп кенә предприятиеларҙың күрһәткестәре түбәнәйгән. Беҙҙе был хәл ҡәнәғәтләндерә алмай. Бөгөн беҙ уның сәбәптәрен, ни өсөн көтөлгән эштең булмауын асыҡларға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бер үк ваҡытта, кәрәк булған осраҡта, дәүләт ярҙамы, хәлде төҙәтеү өсөн яҡын арала нимә эшләү мөмкинлеге тураһында ла һөйләшергә кәрәк. Әлбиттә, был мәсьәлә буйынса предприятиелар яғынан үҙгәрештәр талап итәсәкбеҙ.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республика үҙ яғынан тейешле ярҙам күрһәтергә, шул иҫәптән, ҡайһы бер федераль холдинг етәкселәре, банктар менән һөйләшеүҙәр уҙғарырға, субсидиялауҙа ҡатнашырға әҙер.

— Ҡулдан килгәнсе ярҙам итербеҙ. Был йәһәттән кәрәкле бөтә эштәрҙе башҡарырбыҙ. Һеҙ беҙгә нимә кәрәклеген әйтегеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Читайте нас: