Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
21 Ғинуар 2018, 16:31

1 майҙан республикала минималь эш хаҡы 12 837 һумдан арта

1 майҙан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы һәм йәшәү минимумы 11 163 һумға еткерелә. Башҡортостанда, 15 процент күләмендәге Урал коэффициентын иҫәпкә алып, ошо күрһәткес 12 837 һумдан арта. Был эш биреүселәр, шул иҫәптән дәүләт, хеҙмәткәрҙәргә ошо сумманан күберәк түләргә тейеш тигәнде аңлата.

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
1 майҙан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы һәм йәшәү минимумы 11 163 һумға еткерелә.
Башҡортостанда, 15 процент күләмендәге Урал коэффициентын иҫәпкә алып, ошо күрһәткес 12 837 һумдан арта. Был эш биреүселәр, шул иҫәптән дәүләт, хеҙмәткәрҙәргә ошо сумманан күберәк түләргә тейеш тигәнде аңлата.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, илдәге иҡтисади хәлде яҡшыртыу иҫәбенә МРОТ күләмен, күҙалланғанса, 2019 йылдың 1 ғинуарынан түгел, ә 2018 йылдың 1 майынан уҡ йәшәү минимумы менән тигеҙләштереүҙәре мөмкин.
2018 йылдың 1 ғинуарынан илдә минималь эш хаҡы 9 489 һум күләмендә билдәләнгән.
МРОТ-ты арттырыу 1,5 миллион кешегә ҡағылды, уларҙың яртыһы бюджет өлкәһендә эшләй.
Башҡортостанда, 15 процент күләмендәге Урал коэффициентын иҫәпкә алып, 2018 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы 10 912 һум тәшкил итә.
Читайте нас: