Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Ғинуар 2018, 12:00

Башҡортостанда бизнесты хеҙмәтләндереү үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов сираттағы Хөкүмәт Президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда «Башҡортостан Республикаһында бизнесты хеҙмәтләндереү үҙәктәрен ойоштороу тураһында» һорау ҡаралды.

16 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов сираттағы Хөкүмәт Президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда «Башҡортостан Республикаһында бизнесты хеҙмәтләндереү үҙәктәрен ойоштороу тураһында» һорау ҡаралды.

– «Бәләкәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү» өҫтөнлөклө федераль проектҡа ярашлы, бизнес һәм дәүләт власының үҙ-ара эш итеүен үҫтереү өсөн яңы формат һәм сервистар ойошторолдо. Был үҙәктәр эшҡыуарҙарға эш башлағанда уны еңеләйтергә мөмкинлек бирә, – тип хәбәр итте БР-һы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов. – 2017 йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн сервис моделен йәлеп итеү» өҫтөнлөклө проекттың паспортын раҫланы.

План буйынса 2019 йыл аҙағында бындай хеҙмәтләндереү үҙәктәре республика ҡалаларында һәм моноҡалаларҙа барлыҡҡа киләсәк.

Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов эште республиканың банк учреждениелары менән берлектә яҡын арала көйләргә саҡырҙы.
Читайте нас: