Үткән йылдың авгусында Зариф Закир улы Ибраһимов (һүрәттә) нигеҙ һалған крәҫтиән-фермер хужалығы “Ҡалдар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тип үҙгәртелде. Уның эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты һәм етәксеһе менән әңгәмә ҡорҙо.
- Зариф Закир улы, эште нимәнән башланығыҙ?
- Август айында фермала барлығы 92 һыйыр малының 70-е һауыла ине. Октябрь-ноябрь айҙарында бөтәһе 27 быҙау тыуҙы. Һыйырҙарҙың күбеһе симменталь тоҡомло, уларҙы йәйгеһен Йәҙгәр ауылы янындағы фермала тотабыҙ, көнөнә ике тапҡыр һауабыҙ. Һөттө тәүҙә Мәләүез ҡалаһына йөрөтә инек, аҙаҡ Көйөргәҙе районы Ермолаево ҡасабаһы етештереүселәренә тапшыра башланыҡ. Һөткә хаҡ тағы ла юғарыраҡ булһа, етештереү күләмен арттырырға ниәтләйбеҙ. Бөгөн тәүлек һауым 350 литр тәшкил итә, шуның 20-һе быҙауҙарҙы эсереүгә китә.
- Һөттө ҙур күләмдә етештереү өсөн малдарға һәйбәт шарттар булдырырға һәм үҙ эшен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Был йүнәлештә эш нисек алып барыла?
- Сифатлы мал аҙығын ваҡытында һәм тейешле күләмдә әҙерләргә тырышабыҙ. Ҡышлатыуҙы уңышлы үткәреүгә 180 тонна фураж, 1000 рулон һалам һәм шул уҡ күләмдә бесән әҙерләнде (һәр береһе 300 кг.-ға торош итә), силос бар, Мәләүездән һығынды килтерәбеҙ. Бынан тыш, 45 гектар ярауай бойҙай, 40 гектар һоло, 45 гектар майҙандарҙа арпа сәстек, Йәҙгәр ауылы янында 95 гектар бесәнлек бар. Бесән һәм һалам әҙерләү өсөн ике “Беларус” тракторҙары йәлеп ителә, тик сабылған үләндәрҙе рулонға әйләндерер өсөн әлегә престарыбыҙ юҡ, уларҙы башҡа фермерҙарҙан ҡуртымға алып торабыҙ. Форсат булһа, тағы ла ике “Беларус” тракторын, пресс һатып аласаҡбыҙ. Уңышты урып-йыйыу эшендә “Тәүәкән” йәмғиәте ярҙам итте, улар менән тулыһынса иҫәпләштек.
2017 йылдың декабрь айында муниципаль малдарҙы алыу буйынса аукцион үтте. Унда еңеп сығып биш йылға ҡуртымға 33 баш һыйыр алдыҡ. Киләсәктә һыйырҙар һанын 200-гә еткереү ниәте бар. Малдарҙы яһалма ҡасырабыҙ. Яңы тыуған быҙауҙар өсөн бүлмәләр алдан әҙерләнде, ремонтланды һәм аҡланды, ә туҙған ферма биналарын быйыл йәй төҙөкләндерә башлаясаҡбыҙ һәм артабан да был эште дауам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ тоҡомдо яҡшыртасаҡбыҙ, яңы эш урындары булдырырға иҫәп бар.
Хеҙмәткәрҙәргә килгәндә, фермала йыл әйләнәһенә бөтәһе ун кеше эшләй, улар өсөн бөтә уңайлы шарттар бар. Лайыҡлы эш хаҡы алалар, ул ваҡытында һәм ай һайын түләнә. Машина менән һыйыр һауыу операторҙары – Динә Вәлиәхмәтова, Альбина Буласова, Айгөл Ваһапова менән Нәзирә Түләгәновалар тырышып эшләйҙәр. Ирле-ҡатынлы Фиалка менән Фәттәх Кәримовтар ҙа үҙ эшенә яуаплы ҡарай, мал ҡараусылар Илдар Мозафаров, Мөнир Аҡбулатов менән Заһир Булатов, механизатор Фәнил Кәримов та маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Яҡшы хеҙмәткәрҙәр булғанда оло бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу һәм яҡшы күрһәткестәргә ирешеү күпкә еңелләшә.
-Әңгәмә өсөн рәхмәт. Уңыштар һеҙгә!
Һүрәттә: мал ҡараусылар Мөнир Аҡбулатов менән Заһир Булатов, механизатор Фәнил Кәримов.