Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Ғинуар 2018, 19:55

Бөгөнгөһө ишаныслы, киләсәге өмөтлө булһын

Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортонда “Тәүәкән” йәмғиәте барлыҡҡа килеүенең 15 йыллығы билдәләнде. Тантанаға район етәкселеге, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, ҡасандыр тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар һәм ауыл халҡы саҡырылды.

Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортонда “Тәүәкән” йәмғиәте барлыҡҡа килеүенең 15 йыллығы билдәләнде. Тантанаға район етәкселеге, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, ҡасандыр тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар һәм ауыл халҡы саҡырылды.

Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың ниәте менән 2002 йылда “Тәүәкән” дәүләт ауыл хужалығы предприятиеһы барлыҡҡа килә. Бөгөн ул районда ғына түгел, республикала һәм илдә киң билдәле хужалыҡ. Бында заманса технологиялар ҡулланып эшләйҙәр, яңы һөт фермалары, һөт эшкәртеү, комбикормдар яһау буйынса һ.б. цехтар бар, йәмғиәт республиканың көньяғында тоҡомло һәм һөтлө малсылыҡ үҙәгенә әйләнде.

Хужалыҡта 2000-дән ашыу баш мал иҫәпләнә. Улар өсөн яңы һыйыр һәм быҙау аҙбарҙары төҙөлдө һәм реконструкцияланды, уларҙа “ДеЛаваль” швед фирмаһы ҡоролмалары ҡуйылған, бөтә эштәр автоматлаштырылған, ҡул көсө ҡулланылмай тиерлек.

2010 йылда Теләүембәт ауылында 400 баш малға иҫәпләнгән һимертеү майҙансығы һәм Дауыт-Ҡайып ауылында 200 баш малға иҫәпләнгән, ҡымыҙ бешеү цехы булған ат фермаһы файҙаланыуға тапшырылды.


Унда башҡорт тоҡомло малдарҙы үрсетеүгә өҫтөнлөк бирелә. 2013 йылда “Тәүәкән” йәмғиәте VIII ҡымыҙ бешеүселәр республика семинар-конкурсы еңеүсеһе булды.
Прогресс утарында 6000 баш ҡаҙға иҫәпләнгән фермала бөтә ҡеүәткә инкубатор эшләй. Төп продукция – тәүлек ҡаҙ бәпкәләре. Уларҙы район һәм республика халҡы теләп һатып ала.
2007 йылда хужалыҡ һөт етештереү цехын ҙурайтты: өҫтәмә бүлмәләр төҙөлдө, һөт продукцияһын үлсәп төрөү буйынса ҡоролма алынды. Был эштәр продукция сифатын яҡшыртыуға һәм ассортиментты арттырыуға килтерҙе. Алдағы көндә һөттө етештереүҙе арттырыу - бер сменала 10 тоннаға тиклем еткереү - маҡсаты тора.
Мәҙәниәт йорто фойеһында ҡуйылған күргәҙмәлә йәмғиәт етештергән продукция, хужалыҡ тураһында белешмә урын алды.


Йыйылыусыларҙы “Тәүәкән” йәмғиәте директоры Юнир Айытҡолов сәләмләне, хужалыҡ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

-Беҙҙә үҙ эшенә тоғро булған, намыҫлы, ышаныслы хеҙмәткәрҙәр эшләй. Улар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре - механизаторҙар Рауил менән Илшат Әбдрәхимовтарҙы, водитель Нурмөхәмәт Әбдрәхимовты айырым билдәләргә кәрәк. Тәүге көндәрҙән Айрат Исхаҡов, Рәсүл Әбдрәхимов, Рәсүл Шәһәров, Йомабай Хайсаров, Рәфит Рафиҡов, Хаживәли Шәһәров, Рөстәм Мысырғәлин һәм Әйүп Ҡаразбаевтар тырышып эшләй.

Йыл да йәмғиәт Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә иген культураларын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн миҙалдар менән бүләкләнә, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” республика конкурсы дипломанты була, ә 2013 йылда ауыл хужалығы өлкәһендә юғары ҡаҙаныштары өсөн БР Хөкүмәте дипломына лайыҡ булды.

Төп эшмәкәрлектән тыш, беҙ сауҙа өлкәһендә лә уңышлы эшләйбеҙ. Магазиндарыбыҙҙа үҙебеҙ етештергән тауарҙар һатыла. Хужалыҡта йәштәр күпләп эшләй, ғаилә ҡороп, ауылда төпләнә.


Яҙмышыңды тыуған ерең менән бәйләү икеләтә яуаплылыҡ талап итә. Һәр эшкә һәм башланғысҡа ныҡышмалылыҡ, маҡсатыңа өлгәшеү һәм тәүәккәллек кәрәк. Юнир Вәхит улы “Тәүәкән” йәмғиәтенең намыҫлы эшсәндәрен - Ришат һәм Әйүп Ҡаразбаевтарҙы, Нурмөхәмәт, Рәсүл, Рауил, Илшат, Марс Әбдрәхимовтарҙы, Айрат Исхаҡовты, Рәфит Рафиҡовты, Йомабай Хайсаровты, Хаживәли һәм Рәсүл Шәһәровтарҙы, Рөстәм Мысырғәлинды йәмғиәттең рәхмәт хаттары бүләкләне.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев үткәндәргә байҡау яһаны, бөгөнгөһөн барланы, эшселәргә тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

-Бер нисә йыл элек хужалыҡта 2000 гектар ер иҫәпләнә ине, хәҙер ул күпкә артты. Ауыл биләмәһендә йәштәрҙең күп булыуы - яҡшы күренеш, киләсәктә лә йәштәр һәм балалар һаны кәмемәһен. Бөгөн хужалыҡ дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһынан яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тип үҙгәртелһә лә, БР Башлығы Р.Хәмитов булышлығы менән ул дәүләт предприятиеһы статусын һаҡлап ҡала алды. Киләсәктә бер-берегеҙгә ярҙам итеп, үҙ урынығыҙҙа намыҫлы эшләһәгеҙ, йәмғиәт киләсәге лә өмөтлө буласаҡ, - тине.

Хужалыҡта оҙаҡ йылдар дауамында яҙғы баҫыу, урып-йыйыу эштәрендә ал-ял белмәй тырышып эшләгән, хәҙер эш тәжрибәһе менән йәштәр менән уртаҡлашып һәм киләсәк быуынға өлгө булып торороусы ветерандар ҙа әҙ түгел, улар араһында Әнисә Байбулатова, Зилә Рысаева, Әлмира Хоҙайбирҙина, Рамаҙан Алсынбаев, Финзира Хәсәнова, Әлфиә Хисмәтуллина, Нәҡиә Вәлитова, Михаил Ефимов, Рабиға Иҙрисова, Фәрхәт Таһиров, Рафаэль Хәсәнов, Нажиә Йосопова, Әлмира Әбдрәхимова, Ишмөхәмәт Шәһивәлиев, Нурмөхәмәт Шәһәров, Әнүәр Әбдрәхимов, Ғәйфулла Әлмөхәмәтов, Әмир Иҫәнгилдиндар бар.

Ғайса Ғилметдин улы оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре һәм “Тәүәкән” йәмғиәтенең 15 йыллығы уңайынан хужалыҡ директоры Юнир Айытҡоловты, директорҙың сәнәғәт буйынса урынбаҫары, баш агроном Азамат Хисмәтуллин, директорҙың малсылыҡ буйынса урынбаҫары, баш зоотехник Рәиф Ҡыуатов,

баш бухгалтер Гүзәл Дәүләтбаева, директорҙың административ-хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Илдус Әбдрәхимов, баш инженер Руслан Арыҫланбәков, баш иҡтисадсы Ришат Ҡаразбаев, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм 65 йәшлек юбилейы уңайынан БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, механизатор Харис Юлдашевҡа район хакимиәтенең маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
“Тәүәкән” йәмғиәте артабан да сәскә атһын, киләсәге яҡты, өмөтлө булһын.
Һандар теле менән
- “Тәүәкән” йәмғиәтендә 350-нән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә.
- Уртаса эш хаҡы - 18563 һум. Бер хеҙмәткәргә тура килгән тулайым продукция етештереү күләме 1328 мең һумға тиң.
- Чехияла етештерелгән ҡоролмалар менән йыһазландырылған май һығыу цехы тәүлегенә ете тоннаға тиклем көнбағыш эшкәртә ала. Сифатлы түпрә мал ашатыуға китә.
-Хужалыҡта 50-нән ашыу трактор һәм үҙйөрөшлө машина, 46 йөк һәм еңел автомобиль иҫәпләнә.

- 2017 йылда 41121 центнер һөт һауып алынған, был үткән йыл менән сағыштырғанда 5899 центнерға артығыраҡ. Бер һыйырҙан уртаса һауым 7343 килограмм, уртаса тәүлек артымы 785 грамм тәшкил иткән, 4427 центнер һыйыр ите етештерелгән.

- Хужалыҡ эшкәрткән баҫыу майҙандары 23900 гектар тәшкил итә, шуларҙың 21913-ө – һөрөлгән ер, 838-е – бесәнлектәр, 1149-ы - көтөүлектәр. 2016 йылда элекке “Ергән” МТС-ына ҡараған “Исем” бүлексәһе ҡушылған. 2017 йылда 250251 центнер иген йыйып алынған (2016 йыл менән сағыштырғанда 105690 центнерға күберәк). Картуф 15198 центнер (гектар ҡеүәте - 190 центнер), көнбағыш 23302 центнер уңыш биргән (гектар ҡеүәте – 9,2 центнер).

- Үткән йылда һатыуҙан килем 256195 мең һум тәшкил иткән (2016 йыл менән сағыштырғанда 37978 мең һумға күберәк).
Фирғәт ИЛСЕҒОЛОВ, хеҙмәт ветераны:

-Йәмғиәт төҙөлөүе мин ауыл биләмәһен етәкләгән ваҡытҡа тура килде. Эште башлап ебәреүе еңел булманы, бар нәмәне бер тәртипкә килтерергә кәрәк ине. Тәүәкәндә административ һәм социаль объекттарҙың төҙөлөүендә ул ваҡыттағы етәкселәрҙең һәм төҙөлөш ойошмаларының, айырыуса Мортаза Ғөбәйҙулла улының, өлөшө ҙур. Эш урындары булдырылғас, ауылға йәштәр ҙә ҡайта башланы, улар өсөн хеҙмәт һәм йәшәү өсөн шарттар ҙа булдырылды. Ауылдар буйлап йөрөгәндә трактор тауыштары ишетелһә, күңелдә йылы булып китә. Быға тиклем ең һыҙғанып эшләгән, иртә таңдан тороп тракторҙарын ҡыҙҙырып, эш урындарына йүнәлгән ветерандар һаман да күҙ алдында. Бөгөн эшселәр өсөн бар шарттар булдырылған. Киләсәктә лә бергә татыу йәшәйек, бергә эшләйек.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.
Читайте нас: