2022 йылға ипотека кредитлауы ставкаһының йылына 6 процентҡа тиклем төшөүе ихтимал, тип белдерҙе Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень. Был хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 ғинуарҙа Рәсәй Хөкүмәте 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып 2022 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа заемсыларҙың икенсе йә иһә өсөнсө балаһы тыуғанда өс йәки биш йыл дауамында ипотека буйынса ставканы 6 процентҡа тиклем субсидиялау ҡағиҙәләрен раҫланы. Программа беренсел баҙарҙа торлаҡ һатып алғандарға һәм элекке кредиттарын рефинансларға теләгәндәргә ҡағыла.
«Беҙ ваҡиғаларҙың нисек үҫешеүен ҡарайбыҙ. Программа тамамланыуға ипотека ставкаһының 6 процентҡаса түбәнәйеүе мөмкин» — тип билдәләне Михаил Мень.
Уның һүҙҙәренсә, ставканы субсидиялау программаһында 620 мең ғаиләгә ҡатнашыу мөмкинлеге бар. 730 ғаилә булған ипотека кредитын рефинанслай ала.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2017 йылда Рәсәйҙә яҡынса 2 триллион һумлыҡ 1 миллиондан ашыу ипотека кредиты бирелгән.