Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Ғинуар 2018, 22:34

ИКЕ МЕҢ ҺУМЛЫҠ ЯҢЫ БАНКНОТА БАШҠОРТОСТАНДА КИҢ ҠУЛЛАНЫЛЫШҠА ИНДЕРЕЛӘ БАШЛАНЫ

Тәүгеләрҙән булып был ҡулаҡса хаҡлы ялдағыларға эләкте. Пенсияның яңы банкноталарҙа таратылыуына һөйөнөргәме-юҡмы?! Банктар ҙа хәҙер аҡсаны ике мең һумлыҡтар менән бирә. Берәүҙәр аптырай, икенселәр һөйөнә! Ике мең һумлыҡ яңы банкнотаны күп һатыусылар үҙҙәре үк һатып алырға әҙер. Ҡулдарынан ысҡындырғылары килмәй. Ялғанмы-юҡмы икәнен нисек тикшерергә кәрәклегенә иһә Өфө сауҙа нөктәләрендә күптәр төшөнгән. Бер һорауһыҙ ҡабул итәләр. Шулай ҙа барыһы ла бик еңелдән түгел. Ике мең һумлыҡ банкнотаның әлегә ҡәҙерен белмәүселәр ҙә бар. Эшҡыуарҙарҙың ҡайһы берәүҙәре икеләнә, йә бөтөнләй хеҙмәткәрҙәрен яңы банкнотаны ҡабул итеүҙән тыйған.

Берәүҙәр аптырай, икенселәр һөйөнә! Ике мең һумлыҡ яңы банкнотаны күп һатыусылар үҙҙәре үк һатып алырға әҙер. Ҡулдарынан ысҡындырғылары килмәй.
Ялғанмы-юҡмы икәнен нисек тикшерергә кәрәклегенә иһә Өфө сауҙа нөктәләрендә күптәр төшөнгән. Бер һорауһыҙ ҡабул итәләр.
Шулай ҙа барыһы ла бик еңелдән түгел. Ике мең һумлыҡ банкнотаның әлегә ҡәҙерен белмәүселәр ҙә бар. Эшҡыуарҙарҙың ҡайһы берәүҙәре икеләнә, йә бөтөнләй хеҙмәткәрҙәрен яңы банкнотаны ҡабул итеүҙән тыйған.
Хаҡлы ялдағылар араһында ла пенсия алғанда яңы банкнотаны күреп аптыраусылар булған. Шулай ҙа яңы финанс үҙгәрештәр тик яҡшыға ғына,- ти Өфөнән Мәҙинә Хәйруллина.
Магазин, супермаркет кеүек ҙур сауҙа нөктәләрендә был банкнота үтемле. Ә урамда?! Ике мең һумлыҡ ҡулаҡсаны ваҡлатырға ризалашыр инегеҙме?!
Эксперимент барышында, тиҫтәнән ашыу кеше аҡсаны ваҡлатырға теләмәне, шулай ҙа һуңынан беҙгә уңыш йылмайҙы тиергә мөмкин.
Нисек кенә булмаһын уяуыраҡ булыу яҡшыраҡ. Мутлашыусылар ҙа бит йоҡламай. Ялған аҡсаға ла юлығырға мөмкин. Әлегә бит яңы банкнотаны күптәр күрмәгән. Хәйер, аҡыллы баштар тәүгеләрҙән булып ҡулына ике мең, ике йөҙ һумлыҡ ҡулаҡсаны алып, уларҙан килем алырға ла тырыша. Интернет тулы иғландар. Ажиотаж оҙаҡҡа барырмы икән?!
Эксперимент барышында йәмәғәт транспортында ла билет өсөн яңы ике мең һумлыҡ банкнота менән иҫәпләшергә тырыштыҡ. Водителдәр ҡуш ҡуллап риза. Шулай ҙа трамвай кондукторҙары бер аҙ икеләнә, ҡайтарым булмауға һылтанды. Ә финанс ойошмаларҙың банкоматтарына килгәндә, квартал аҙағында техник ҡоролмалар был банкнотаны бирә башлаясаҡ.
Руслан Родионов, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы Башҡортостан бүлексәһенең идаралыҡ етәксеһе: «Банкнотаның алғы яғында - Владивостокты Рус утрауы менән тоташтырыусы Вантов күпере төшөрөлгән, ә икенсе яғында – «Көнсығыш» космодромын күрергә мөмкин. Бында һаҡлау саралары күп ҡулланылған. Әйтәйек, куэркод буйынса, үҙәк банктың сайтына инеп, банкнотаның ысын булыу-булмауын тикшереү юлдарын белергә мөмкин».
Ғинуар аҙағынан Башҡортостанда ике йөҙ һумлыҡ яңы банкнота ла әйләнешкә индереләсәк. Әлегә был ҡулаҡсаларға күптәр шикләнеп ҡарай. Шулай ҙа белгестәр өс-дүрт айҙан һуң эш хаҡын, пенсияны һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе яңы банкноталарҙа алыу ғәҙәти күренешкә әйләнәсәк,- ти. Тимәк, сауҙа итеү, йәмәғәт транспортында йөрөү ҙә күпкә еңеләйәсәк.
Читайте нас: