Мораҙым
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Ғинуар 2018, 21:53

Өфөлә бензин ҡиммәтләнгән

Республика статистары баш ҡалала бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙың артыуын теркәгән.

Республика статистары баш ҡалала бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙың артыуын теркәгән.

29 декабрь менән сағыштырғанда, 9 ғинуарға Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында дизель яғыулығы 0,3 процентҡа артҡан, хәҙер уның бер литры уртаса 40,57 һум тора.

Ошо ваҡыт эсендә АИ-92 маркалы бензин 0,7 процентҡа ҡиммәтләнгән — уртаса 37, 49 һум. АИ-95 һәм АИ-98 маркалы бензиндарҙың хаҡы 0,6 һәм 0,5 процентҡа артып, бер литры 40,51 һәм 44,49 һумға еткән.

Статистар билдәләүенсә, уҙған йылдың 9 ғинуары менән сағыштырғанда, Өфөлә дизель яғыулығы — 6,4, АИ-92 — 7,7, АИ-95 5,3 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Читайте нас: