Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Ғинуар 2018, 23:36

Башҡортостанда 2025 йылға тиклем ауыл хужалығын үҫтереү планы раҫланды

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы 2025 йылға тиклем тармаҡты фәнни-техник яҡтан үҫтереү буйынса план әҙерләне. Документ Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо (№ 1353-р) менән раҫланды.

Документ республика агросәнәғәт комплексының төп йүнәлештәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота. План 9 төп йүнәлеште үҙ эсенә ала. Улар араһында үҫемлекселек, малсылыҡ, агробиотехнологиялар өлкәһендә фәнни-инновацион үҙәктәр булдырыу, йәш ғалимдарға ярҙам итеү, тармаҡта бизнесты үҫтереү, республиканы халыҡ-ара кимәлдә танытыу кеүек йүнәлештәр урын алған.

Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығында фәнни-техник саралар әленән үк тормошҡа ашырыла. Федераль кимәлдә үткәрелгән конкурста Башҡортостан үҫемселек һәм ҡошсолоҡто үҫтереү буйынса ике программа тәҡдим итте.

Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.

Читайте нас: