— Быйыл республикала ауыл хужалығы өсөн бер һыйырҙан уртаса һауым 5 мең килограмм кеүек мөһим күрһәткескә өлгәштек, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был тәүге тапҡыр. Биш йыл элек республикала уртаса һауым 3 800 килограмм ине. Беҙгә 5 меңлек сикте үтер өсөн 4-4,5 йыл кәрәк булды.
Был күрһәткес – иң сикке түгел, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе һәм Башҡортостан аграрийҙары яңы бурыс ҡуйҙы.
— Алдағы өс-дүрт йылда һәр һыйырҙан 6 мең килограмм һөт сигенә етербеҙ. Ул саҡта был ҡәнәғәтләнерлек һөҙөмтә була, – тине Рөстәм Хәмитов.
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.