Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Ноябрь 2017, 19:03

Сәмләнеп эшләргә кәрәк

Мал ҡышлатыу

Сәмләнеп эшләргә кәрәк

“Иртөбәк” йәмғиәте эшсәндәре мал ҡышлатыуҙы юғары ойошҡанлыҡ менән башланы. Алдан бинаны ремонтлау, сифатлы мал аҙығын әҙерләү буйынса ҙур күләмдә эштәр башҡарылды. Бөгөн бында көн тәртибе һәм рацион буйынса ашатыу үтәлә, һөҙөмтәлә юғары һауым һәм артым алыу мөмкинлеге булдырыла.

Күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға үҙ өлөшөн механизатор Фәнүз Исмәғилев (һүрәттә) тә индерә. Бынан бер нисә йыл элек ул хужалыҡтың алдынғы комбайнсыһы Руслан Ишмөхәмәтовтың ярҙамсыһы булып эшләгән. Уның менән бергә “ДОН-1500Б” комбайнында ураҡ эштәрендә яҡшы күрһәткестәргә ирешкән, аҙаҡ үҙе лә “МТЗ-82” тракторы руле артына ултырған. Хужалыҡ етәкселеге Фәнүзгә Семен-Петровский мал базаһында һәм Ялсы һөт фермаһында 800 баш малға аҙыҡ таратыу кеүек мөһим эште йөкмәткән.

-Фәнүз үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр, - ти “Иртөбәк” йәмғиәте етәксеһе Олег Николаев. – Ураҡ эшендә ул комбайнда эшләне һәм алдынғыларҙан бер ҙә ҡалышманы, яҡшы күрһәткестәргә иреште. Түләбай ауылынан ул үҙенең шәхси автомобилендә көндә эшкә килеп, иртәнге 6-ла уҡ һыйырҙарға мал аҙығы тарата, төнгә тиклем эш урынында. Фәнүз ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмай, юлға сығырға һәр ваҡытта ла әҙер, уға беркетелгән техника ла төҙөк. Йәш булһа ла, коллективта абруйы бар, барыһына ла ярҙамға килергә әҙер, кеше хәленә инә белә һәм үҙ эшеңә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай.

Машина менән һыйыр һауыу операторҙары, мал ҡараусылар, ветеринария белгестәре һәм башҡаларҙың тырыш хеҙмәте арҡаһында беҙ һөт, ит етештереү күләмен арттыра, тәүлек артымдары күрһәткестәрен яҡшырта аласаҡбыҙ һәм мал ҡышлатыуҙы уңышлы үткәрәсәкбеҙ.


Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотолары.
Читайте нас: