Мораҙым
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2023, 15:10

Бал ҡорттарын ауырыуҙарға ҡайҙа тикшерергә?

Һәр умарталыҡтың үҙ ветеринария-санитария паспорты булырға тейеш. Унда бал ҡорто күстәре, умарталар һаны, умарталыҡ майҙаны күрһәтелә.

Бал ҡорттарын ауырыуҙарға ҡайҙа тикшерергә?
Бал ҡорттарын ауырыуҙарға ҡайҙа тикшерергә?

Һәр умарталыҡтың үҙ ветеринария-санитария паспорты булырға тейеш. Унда бал ҡорто күстәре, умарталар һаны, умарталыҡ майҙаны күрһәтелә. Был - Башҡортостандың Ветеринария идаралығы талабы https://veterinary.bashkortostan.ru/presscenter/news/279638/.

Республика биләмәһенә икенсе төбәктәрҙән һәм илдәрҙән килтерелгән бал ҡорттары күстәре башҡа умарталыҡтарҙан 5 километр алыҫлыҡтағы айырым биләмәлә 30 календарь көн эсендә карантинда торорға тейеш. Ошо осорҙа бал ҡорттарының инфекцион ауырыуҙарын асыҡлау һәм уларҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында тейешле клиник тикшереүҙәр уҙғарыла.

Бал ҡорттары ауырыуҙарын асыҡлау һәм балды тикшереү менән Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы шөғөлләнә http://bashnpvl.ru/.
Ошонда уҡ ҡорттарҙы киң таралған инвазион (варроатоз, нозематоз, акарапидоз, браулез) һәм инфекцион (америка сереге, Европа сереге, сальмонеллез һәм башҡа) ауырыуҙарға тикшерергә мөмкин.

Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһының адресы:
450059, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Рихард Зорге урамы, 23/1
Телeфондар: 8(347) 223-06-29, 8(347) 223-06-49

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының 2022 йылдың 18 октябрендәге 713-сө бойороғона ярашлы, балға тәүге һәм тулы тикшереү түләүле нигеҙҙә республика ветеринария лабораторияларында үткәрелә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ветеринария хеҙмәтенең ҡыҙыу линияһы: 8-800-77-55-828

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

Автор:
Читайте нас: