Бөгөн Өфөлә “Рәсәй халыҡтары телдәре Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү системаһында” тип аталған семинар-кәңәшмә үтә. Был сараны Рәсәй Мәғариф министрлығының ярҙамы менән ғаиләне социаль яҡлау һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса Милли ата-әсәләр ассоциацияһы ойоштора. Туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыу һәм һаҡлауға йүнәлтелгән семинар-кәңәшмәләр былтырғы йылдан алып Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә уҙғарылып килә.
Сараның модераторы булып тарих фәндәре кандидаты, РФ Мәғариф министрлығы коллегияһы ағзаһы, Милли ата-әсәләр ассоциацияһы Координация советының яуаплы секретары Алексей Владимирович Гусев һәм БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева сығыш яһаны.
Семинар-кәңәшмә Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен яҡлау һәм үҫтереү буйынса алып барылған төбәк сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы, туған телдәрҙе уҡытыуҙы ойоштороуҙың уңышлы тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Белеүебеҙсә, бөгөн федераль ҡануниәткә ярашлы, һәр бала туған телен өйрәнеү хоҡуғына эйә. 1991 йылдың 25 октябрендә ҡабул ителгән федераль законда түбәндәге юлдар бар: “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре – Рәсәй дәүләтенең милли байлығы. Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре дәүләт һаҡлауы аҫтында. Дәүләт Рәсәй Федерацияһының бөтә территорияһында милли телдәрҙе, ике теллелекте һәм күп теллелекте үҫтереүгә булышлыҡ итә”.
Шулай уҡ әлеге мәлдә Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен уҡытыу концепцияһын (ул РФ Мәғариф министрлығының 2020 йылдың 6 мартындағы бойороғо менән раҫланды) тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы булдырылған. Әлеге семинар-кәңәшмәләр серияһы ошо планға ярашлы алып барылған күләмле эштәрҙең бер өлөшөн дә тәшкил итә.
Өфөлә үткән сарала ҡатнашыусылар йөкмәткеле сығыштар, эшлекле тәҡдимдәр, маҡсатлы һәм һөҙөмтәле эш тәжрибәһе алымдары менән уртаҡлашты. Милли ата-әсәләр ассоциацияһы Координация советының яуаплы секретары Алексей Владимирович Гусев Башҡортостанда туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыу һәм киңерәк таратыу буйынса алып барылған эштәргә ҙур баһа бирҙе. БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙы Ғәлиева республикала әлеге йүнәлештә алып барылған киң даирәле эштәргә тулы анализ яһап, киләсәктә иғтибар йүнәлтеләсәк мәсьәләләргә туҡталды. Шулай уҡ төрлө мәғариф учреждениелары белгестәре, уҡытыусылар, ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре үҙҙәренең фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе.
Сығыштарҙың төп асылы туған телде өйрәтеү, уны һаҡлау эшмәкәрлеге мәктәп менән сикләнеп ҡалмаҫҡа тейешлеге, был мәсьәләлә дәүләт яҡлауы менән бер рәттән ата-әсәләр йәмәғәтселегенең әүҙемлеге, ғаиләнең ҡатнашлығы үтә мөһим роль уйнауына ҡайтып ҡалды.