Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе-2020» шиғриәт конкурсына йомғаҡ яһала. Пандемияға бәйле былтыр проект финалсылары һәм еңеүселәре билдәләнмәне. Был хаҡта, проект авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолованың һүҙҙәренә таянып, “Башинформ” агентлығы хәбәр итте.
Жюри конкурсҡа килгән 87 видеояҙманы ентекләп ҡарап, финалға 12-һен һайлап алған. Эксперт комиссияһына Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова етәкселек итә. Жюриҙа билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Риф Ғәбитов, Наилә Ғәләүетдинова, Рәйес Исмәғилев, Мөнир Ҡунафин да бар.
Шулай итеп, бына улар – финалсылар:
Руслан Абдуллин — Күгәрсен районы мәҙәниәт йорто режиссёры;
Хәлисә Багаева — Фёдоровка районынан, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда;
Марс Сәйетғәлин — Әбйәлил районы Байым мәҙәниәт йорто директоры;
Зилиә Йәнбулатова — Стәрлебаш районынан, судья, хаҡлы ялда;
Гөлфирә Әхмәтшина — Благовар районынан, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда;
Гүзәл Батталова — Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе;
Инсаф Йәмилев — Өфө ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәктә юрисконсульт;
Гөлдәр Хәйбуллина — Стәрлебаш районынан, хаҡлы ялда;
Эльвина Семёнова — Стәрлетамаҡ сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенты;
Шәүрә Мырҙагәрәева — Өфө ҡалаһында матурлыҡ салонында эшләй;
Әлиә Шиһапова — М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты;
Нәфис Сәғитуллин — Белорет районының Инйәр ҡасабаһы мәктәбе уҡыусыһы.