Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель 2021, 10:10

Ҡайын урманы дауаһы

Ҡайын урманы дауаһы Яҙ хозурлығын һалҡындар тәүҙә быуа биреп ҡуйһа ла, көндәрҙең ҡояшлап, йылытып ебәреүе донъябыҙға йәм дә, йән дә, ҡот та өҫтәне. Күгүләнгә баҫһаҡ, бирешмәҫбеҙ, тәбиғәт ниғмәттәре, урман аптекаһы үҙе бер шифа, үҙе бер дауа. Ҡайын һыуын, ҡайын бөрөһөн генә алайыҡ. Шәрбәтле һыуҙы апрель урталарынан, йәғни ағас бөрөләнгәнсе эсергә мөмкин. Йәй ямғырлы булыр йылы айырыуса күп була. Уны йыйыуҙың да үҙ тәртибе бар - ҡояшлы көндә төшкә тиклем генә йыялар. Урмансылар менән дә кәңәшләшеү ҡамасауламаҫ. Улар һеҙгә ниндәй ағастан алырға, нисек дөрөҫ итеп йыйырға өйрәтер. Ғәҙәттә, олоно диаметры буйынса 30 сантиметрҙан да кәм булмаған ҡайынды һайлайҙар. Тик балта менән сабып, тәбиғәткә зыян килтерә күрмәгеҙ. Мәктәп йылдарында уны бик төплө итеп өйрәтә торғайнылар: нисек итеп тишергә, аҙаҡтан нимә менән ямап китергә икәнлеген аңлатҡандарын хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Бер ҡайындан 1 литрҙан да күп һыу алырға ярамай, ағастың ҡороуы ихтимал. Һыу ағыҙған уйымды мүк, балсыҡ, балауыҙ, тупраҡ йә юнылған ағас ботағы менән ҡаплап китһәң, ул бирешмәҫ.

Ҡайын урманы дауаһы
Яҙ хозурлығын һалҡындар тәүҙә быуа биреп ҡуйһа ла, көндәрҙең ҡояшлап, йылытып ебәреүе донъябыҙға йәм дә, йән дә, ҡот та өҫтәне. Күгүләнгә баҫһаҡ, бирешмәҫбеҙ, тәбиғәт ниғмәттәре, урман аптекаһы үҙе бер шифа, үҙе бер дауа.
Ҡайын һыуын, ҡайын бөрөһөн генә алайыҡ. Шәрбәтле һыуҙы апрель урталарынан, йәғни ағас бөрөләнгәнсе эсергә мөмкин. Йәй ямғырлы булыр йылы айырыуса күп була.
Уны йыйыуҙың да үҙ тәртибе бар - ҡояшлы көндә төшкә тиклем генә йыялар. Урмансылар менән дә кәңәшләшеү ҡамасауламаҫ. Улар һеҙгә ниндәй ағастан алырға, нисек дөрөҫ итеп йыйырға өйрәтер. Ғәҙәттә, олоно диаметры буйынса 30 сантиметрҙан да кәм булмаған ҡайынды һайлайҙар. Тик балта менән сабып, тәбиғәткә зыян килтерә күрмәгеҙ. Мәктәп йылдарында уны бик төплө итеп өйрәтә торғайнылар: нисек итеп тишергә, аҙаҡтан нимә менән ямап китергә икәнлеген аңлатҡандарын хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Бер ҡайындан 1 литрҙан да күп һыу алырға ярамай, ағастың ҡороуы ихтимал. Һыу ағыҙған уйымды мүк, балсыҡ, балауыҙ, тупраҡ йә юнылған ағас ботағы менән ҡаплап китһәң, ул бирешмәҫ.
Ҡайын һыуы ныҡ шифалы эсемлек. Тик уны йыйғас та эсергә кәңәш ителә. Сөнки ул бик тиҙ әсей. Хәҙер күптәр уны туңдырып та алып ҡала (мин үҙем дә шулай йыйып алам, ҡышҡыһын балалар мунсала эсеп кинәнә).
Уның составында төрлө эфирлы майҙар күп, кеше организмына кәрәкле микроэлементтарға бай. Иммунитеты түбән булып, йыш ауырығандарҙы, ябыҡ кешеләрҙе ҡайын һыуы эсереп дауалағандар. Яҙғы авитаминоз, хәлһеҙлек, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан миктәгәндәргә айырыуса килешә. Бының өсөн 10-15 көн буйы иртәнсәк ашарҙан алда берәр стакан ҡайын һыуы эсергә кәрәк. Бауыр, бөйөр, үт ҡыуығында таш, ҡом булғандар өсөн дә файҙалы – ҡанды ла таҙарта, таш-ҡомдо ла ҡыуа. Косметикала ла киң ҡулланыла ҡайын һыуы. Бит тиреһе ҡоро булғанда дымландырыу өсөн һөртөп, маска яһайҙар, һытҡынан да ярҙам итә.Сәсте лә йыуырға була, ҡауаҡ бөтөп, сәс ялтырап китер.
Аш-һыу өлкәһендә лә ҡулланалар уны уңған хужабикәләр. Йәйге эҫелә һыуһын ҡандырырҙай тәмле кеүәҫ эшләр өсөн 1,5 ярымлыҡ пластик һауытҡа ҡайын һыуы ҡойоп, бер-ике бөртөк йөҙөм емеше төшөрөп, һалҡынса урында (мөгәрәптә) һаҡлайҙар. Компот та ҡайнатырға була унан. Бының өсөн өс литр ҡайын һыуына бер лимон ҡабығын йоҡа ғына итеп әрсеп, кипкән өрөк емеше, бөтнөк һалып ҡайнатып алаһың.
Ҡайын бөрөһө тураһында ла яҙып үтәйек. Уны ағас япраҡ ярмаҫ борон йыялар. Элек, беҙ мәктәптә уҡыған саҡта, йыл һайын март аҙағы-апрель башында класс менән бөрө йыйып тапшыра торғайныҡ, ҡайһы класс күп йыя –шул еңеүсе. Билдән көрт йырып, бата-сума һыуланып ҡайтып инһәк тә, атай-әсәйҙәр ҡуй тимәне, йыйған бөрөбөҙҙән берәр ҡалаҡтай алып, үҙебеҙгә ҡайнатып эсерә торғайнылар. Ҡайын бөрөһө сәйе, төнәтмәһе тамаҡты дезинфекциялай, ангина, бронхит, хатта үпкә ауырыуҙарынан ҡотолорға ярҙам итә.
Ыуыҙ япраҡтарында ла мең шифа ҡайындың. Уның төнәтмәһе бауыр циррозынан, холециститтан дауа. Алҡалары иһә йөрәк сирҙәренән дауалай. Май миндеге тураһында әйтеп тороу ҙа артыҡ, йыл әйләнәһенә ҡайын миндеге менән сабынғандар сир-сырхауҙың нимә икәнен дә белмәҫ.
Халҡыбыҙҙа борон ҡайын ите ашау ғәҙәте лә булған. Ул – туҙ менән ағас араһындағы лайлалы ҡатлам. Уны ҡатыҡҡа ҡушып ашағандар. Туҙынан иһә ауыҙ ҡыуышлығы, тештәргә файҙалы булған ҡара һағыҙ ҡайнаталар. Бынан тыш, ҡайын бәшмәге- ҡыуау ҙа (чага) мең сирҙән дауа. Беҙ уны сәй һымаҡ итеп эсәбеҙ. Атайым гел урман ҡырҡҡанда йыйып, киптереп ала. Сәй һымаҡ ҡап-ҡара булып сыға, үҙе тәмле генә, шәкәр һалмай ҙа эсергә була. Ул, баҡтиһәң, халыҡ медицинаһында электән ашҡаҙан ауырыуҙарын, яман шеште дауалауҙа ҡулланыла.
Ҡайын бәшмәген ҡышҡыһын, иртә яҙға тиклем (ҡайын һыуы әйләнә башлағансы) йыялар. Балта менән сабып алғас, ыуаҡлап, туҙлы ерен һыҙырып (юғиһә туҙы әсе тәм бирәсәк), мейестә киптерәләр. Матур итеп киптерелгән ҡыуауҙы 4 айҙан 2 йылға ҡәҙәр һаҡларға була.
Ҡайын бәшмәгенең шифаһы хаҡында Әбүғалисина ла әйткән, ә 1858 йылда ҡайын бәшмәге ярҙамында яман шеште дауалауҙары тураһында фәнни мәҡәлә донъя күрә.
Ҡыуауҙы даими эскәндә ашҡаҙан, бауыр, тире, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын, бөйөр сирҙәренән арынырға була.
Ҡороған ағастан алынған бәшмәк дауаланыу өсөн ярамай.
Читайте нас: