Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2021, 19:30

АЛМА БӘЛЕШЕ

Ҡамыр өсөн: 250 г он, 1 йомортҡа, 100 г аҡ май, 60 г шәкәр, 50 г ҡаймаҡ, семтем тоҙ, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс. Эслек өсөн:350 г ҡаймаҡ, 2 йомортҡа, 100 г шәкәр, 20 г крахмал, 4-5 алма. Йомортҡаны, шәкәрҙе, ҡаймаҡты, семтем тоҙҙо бергә ҡушып болғатырға. Он менән ҡамыр йомшартҡысты иләк аша үткәрергә, һалҡын майҙы ҡушып, ҡул менән ыуырға. Йомортҡалы массаны ҡушып, тиҙ генә ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы табаға ҡул менән йәйеп, һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Алмаларҙы ҡабығынан таҙартып турарға. Соус өсөн ҡаймаҡты, йомортҡаларҙы, крахмалды, шәкәрҙе бергә ҡушып болғатырға. Ҡамыр өҫтөнә алмаларҙы теҙеп сығырға, ҡаймаҡлы соусты ҡойорға. 190 градуста 50 минут бешерергә. Бешеп сыҡҡас, һыуынғанын көтөп, тәмләп сәй эсергә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын1

Ҡамыр өсөн:
250 г он, 1 йомортҡа, 100 г аҡ май, 60 г шәкәр, 50 г ҡаймаҡ, семтем тоҙ, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс.

Эслек өсөн:350 г ҡаймаҡ, 2 йомортҡа, 100 г шәкәр, 20 г крахмал, 4-5 алма.

Йомортҡаны, шәкәрҙе, ҡаймаҡты, семтем тоҙҙо бергә ҡушып болғатырға.
Он менән ҡамыр йомшартҡысты иләк аша үткәрергә, һалҡын майҙы ҡушып, ҡул менән ыуырға.
Йомортҡалы массаны ҡушып, тиҙ генә ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы табаға ҡул менән йәйеп, һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Алмаларҙы ҡабығынан таҙартып турарға. Соус өсөн ҡаймаҡты, йомортҡаларҙы, крахмалды, шәкәрҙе бергә ҡушып болғатырға.
Ҡамыр өҫтөнә алмаларҙы теҙеп сығырға, ҡаймаҡлы соусты ҡойорға.
190 градуста 50 минут бешерергә. Бешеп сыҡҡас, һыуынғанын көтөп, тәмләп сәй эсергә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын1
Читайте нас: