Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса Комсомол урамында ҙур реконструкция эштәре дауам итә. Реконструкция объектының дөйөм оҙонлоғо 3,84 саҡрым тәшкил итә. Эштәр барышында юл селтәренең төрлө кварталдары ябып алып барыла. Әле СССР-ҙың 50 йыллығы урамының “Июнь” сауҙа селтәренә боролған ерендә бер полоса ваҡытлыса ябылған.
Объекттың ҡатмарлығы сәбәпле, эштәр өс йылға планлаштырылғайны. 2019 йылда башланған төҙөлөш-монтаж эштәре 2021 йылда тамамланасаҡ.
Төҙөкләндереү сиктәрендә Комсомол урамы дүрт полосанан алты полосаға тиклем артасаҡ.
Эштәр барышында юл селтәренең төрлө кварталдары ябып алып барыла. Әле СССР-ҙың 50 йыллығы урамының “Июнь” сауҙа селтәренә боролған ерендә бер полоса ябылған. Был ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ 15 мартҡа тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.